Матбуғат
7 Июня 2021, 08:26

Ҡотлайбыҙ!

Көҙән ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ Рәмзиә Зәки ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНАНЫ 75 йәшлек юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Көҙән ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ Рәмзиә Зәки ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНАНЫ 75 йәшлек юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, һаман шулай ярҙамсыл, изге күңелле, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең изгелеген күреп оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп йәшә. Артабан да атайыбыҙ менән тигеҙлектә, һәммәбеҙгә оло терәк, ейәндәрегеҙгә ҡәҙерле нәнәй-ҡартатай булып йәшәргә яҙһын!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағы бер йыл.
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наил, ҡыҙҙарың Рәзилә, Наилә, улың Азат, кейәүҙәрең Марат, Әмир, киленең Рузилә һәм барлыҡ ейәндәрең.
Читайте нас