Матбуғат
3 Июнь 2021, 11:03

Йәнырыҫта ла булдыҡ беҙ

Ҡаршылап тороусылар булғанда ауылдарға сығыу үҙе бер күңелле ваҡиға. Почта бүләксәләренә барып бүләк оттороу сараһын дауам итеп, бөгөн Йәнырыҫта булып ҡайттыҡ.

Ҡаршылап тороусылар булғанда ауылдарға сығыу үҙе бер күңелле ваҡиға. Почта бүләксәләренә барып бүләк оттороу сараһын дауам итеп, бөгөн Йәнырыҫта булып ҡайттыҡ.
Әлегә “Торатау” ға яҙылыу буйынса был тараф халҡы Сәлих почта бүлексәһен уҙҙырған булып сыҡты. Осрашыуға Ҡыяуыҡ ауылынан да килеп еткәйнеләр. Шулай итеп, был юлы бүләк отоусылар исемлегендә: Азат Камалов, Райхана Ишбулдина, Венер Вәхитов, Рәхилә Төлкөбаева, Нурулла Хисмәтуллин, Фәниә Мөхәмәтйәнова, Алмаз М өхәмәтйәнов, Әнисә Ғәниева, Зөлхизә Мерәҫева, Рәис Хәкимов, Фәрит Фәйзуллин, Венер Яхин, Рәмил Усманов. Гәзиткә ваҡытында яҙылып ҡуйыуығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт!
Осрашыуға үҙҙәре килгәндәргә бүләктәрҙе ҡулдарына тапшырһаҡ, ҡалғандарын почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә ҡалдырҙыҡ. Почта бүлексәһе мөдире Рима Сабит ҡыҙынан килеп алығыҙ!
Ҡәҙерле яҡташтар, шуны әйтеп үтәбеҙ: 7-17 июндә матбуғатҡа осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителә! Берүк был мөмкинлекте ҡулланып ҡалығыҙ!
Автор фотолары.
Читайте нас