Матбуғат
26 Май 2021, 11:46

Һеҙ егәрлеме? (тест)

Өйөгөҙҙә кер йыуыу машинаһы һәм телевизорығыҙ юҡ тип уйлайыҡ. Һеҙгә уларҙың береһен генә һайларға мөмкинлек бирһәләр, түбәндәге предметтарҙан нимәне һайлар инегеҙ?

1. Өйөгөҙҙә кер йыуыу машинаһы һәм телевизорығыҙ юҡ тип уйлайыҡ. Һеҙгә уларҙың береһен генә һайларға мөмкинлек бирһәләр, түбәндәге предметтарҙан нимәне һайлар инегеҙ?
А) һыуытҡыс – 30 мәрәй
Б) телевизор - 5 мәрәй
В) кер йыуыу машинаһы – 20 мәрәй
Г) пальто – 10 мәрәй.
2. Шкафығыҙҙың эсен йыш рәткә килтерәһегеҙме?
Эйе – 20 мәрәй, юҡ – 10 мәрәй.
3. Өйөгөҙҙө йыш таҙалайһығыҙмы?
Эйе – 20 мәрәй, юҡ – 5 мәрәй.
4. Һеҙгә ҡунаҡҡа килһәләр, улар алдында аш-һыу бүләмәһендә уралаһығыҙмы?
Эйе – 8 мәрәй, юҡ – 20 мәрәй.
5. Ҡунаҡтарға көйгән бәлеш ултыртыр инегеҙме?
Эйе – 10 мәрәй, юҡ – 20 мәрәй.
6. Үҙегеҙ әҙерләгән төшкө аш ҡәнәғәтлек килтерәме?
Эйе – 15 мәрәй, юҡ – 6 мәрәй.
7. Магазинға сыҡҡанда алдан исемлек төҙөйһөгөҙме?
Эйе – 20 мәрәй, юҡ – 3 мәрәй.
8. Үҙегеҙ яратып әҙерләгән аш-һыуығыҙ бармы?
Эйе – 15 мәрәй, юҡ – 8 мәрәй.
9. Журналдарҙан, интернет селтәренән кулинар рецептар йыяһығыҙмы?
Эйе – 12 мәрәй, юҡ – 6 мәрәй.
10. Тормош иптәшегеҙ хужалыҡ эшендә ярҙам итәме?
Эйе – 12 мәрәй, юҡ – 6 мәрәй.
11. Һеҙҙең аш-һыу бүлмәһендә һәр кәстрүлдең үҙенең урыны бармы?
Эйе – 25 мәрәй, юҡ – 5 мәрәй.
12. Һыуытҡысығыҙ хужалыҡта иң кәрәкле әйбер тип иҫәпләйһегеҙме?
Эйе – 4 мәрәй, юҡ – 16 мәрәй.

Хәҙер мәрәйҙәрҙең һанын иҫәпләгеҙ.
155 мәрәйгә тиклем – ҡыҙғанысҡа күрә, һеҙ яҡшы хужабикә түгелһегеҙ һәм үҙегеҙҙең ваҡытығыҙҙың ҡәҙерен белмәйһегеҙ.
156-185 мәрәй – Һеҙ эшһөйәрһегеҙ һәм ойоштороу һәләтегеҙ бар. Йортоғоҙҙа Һәр әйбер үҙ урынында. Әгәр ҙә хужалыҡта нимәлер килеп сыҡмай икән, өйҙә йәшәүселәрегеҙ ғәйепле, һеҙ уларҙы тәртипкә өйрәтмәгәнһегеҙ. Барыһын да үҙ ҡулығыҙға алғанһығыҙ килеп сыға. Хатаны төҙәтеү тураһында ҡайғыртығыҙ.
186 мәрәйҙән алып – һеҙҙең йортоғоҙ идеал! Һеҙ һәр ваҡыт нимәлер йыуаһығыҙ, таҙартаһығыҙ. Әммә... Үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙа йорт эшен берҙән-бер маҡсат итеп кенә күрәһегеҙ икән, яҡшы хужабикә исеменә лайыҡ түгелһегеҙ. Туҡтағыҙ! Иҙән былай ҙа көҙгө кеүек ялтырай, йортта бер саң әҫәре лә юҡ. Тормошта башҡа мөһим әйберҙәр бар икәнен дә иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Читайте нас