Вәғәҙә иткәнсә, ярты йыллыҡҡа “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороп, гәзит уҡыусылар менән күрешеп ҡайттыҡ. Ҡыҫҡа ғына осрашыу бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бүләктәр ҙә эйәләрен тапты –биҙрә, сүмес, саң һуҡҡыс, гөл һауыты, тәҙрә йыуғыс, тәмле билмәндәр алыуға эшҡыуар Айгөл Йосопованан сертификат!
- Бүләктәрҙе гел шулай ауылдарға сығып оттороғоҙ, үҙебеҙ ҡатнашҡас күңелле, йәнле, - тип оҙатып ҡалды беҙҙе сәлихтар.