Алдан хәбәр иткәнсә, бөгөн Сәлих почта бүлексәһенә барып бүләктәр отторҙоҡ. Һеҙгә нисектер, беҙҙең күңел булды! Бигерәк тә бүләк отоусының үҙен күреп, "Торатау" гәзитенән йылдар дауамында айырылмағаны өсөн рәхмәт әйтә алыуыбыҙ кәйефте күтәрҙе. Сәлих ауылында ғүмер иткән Минебикә инәй Әхмәтйәнова - шундай тоғро яҡташтарыбыҙҙың береһе. 85 йәшкә етеп барған инәйебеҙ 40 йылдан ашыу колхозда эшләгән. Сөгөлдөрсөләр звеноводы булған. Инәйҙең ихлас сәләмен ҡабул итегеҙ!
P.s Ошондай иҫтәлекле видеолар төшөрөп ҡалайыҡ, оло быуындың әйтер һүҙенә иғтибарлы булайыҡ, йәштәр!