Матбуғат
21 Май 2021, 09:05

БҮЛӘКТӘРҘЕ АУЫЛҒА СЫҒЫП УЙНАТАБЫҘ!

Әле республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм rbsmi.ru сайтында матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро. Ошо ай ҙа ун көн тирәһе ваҡытты һөҙөмтәле үткәреп ебәрһәк ине, яҡташтар!

Әле республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм rbsmi.ru сайтында матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро. Ошо ай ҙа ун көн тирәһе ваҡытты һөҙөмтәле үткәреп ебәрһәк ине, яҡташтар!
Теләһәң – почтала көтәләр, юҡ икән – өйҙән дә була. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто үҙ баҫмаларына өйҙән сыҡмайынса ла, бер нисә минут эсендә яҙылырға тәҡдим итә. Бының өсөн rbsmi.ru сайтында онлайн-подписка сервисы менән файҙаланырға мөмкин. «Подписка» тигән бүлектә гәзит йәки журналды (баҫма йәиһә электрон) һайлап, яҙылырға ғына кәрәк. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто республикалағы 145 популяр гәзит-журналды берләштерә. Улар иҫәбендә Ишембай районының “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәре лә.
“Торатау” гәзите редакцияһы һәр “подписка” кампанияһы аҙағында гәзит уҡыусылар араһында бер ҙур бүләк оттороп килә. Был юлы велосипед вәғәҙәләгәнде беләһегеҙ. Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу менән квитанция фотоһын йә күсермәһен беҙгә ебәрә башлағыҙ! Төп бүләкте матбуғатҡа яҙылыу тамамланғас, июль башында уйнатабыҙ.
Бынан тыш гәзиткә тоғролоҡ һаҡлаған яҡташтарға вағыраҡ бүләктәр ҙә әҙерләнек. Башҡа йылдарҙан айырмалы, уларҙы ауылдарға сығып, һеҙҙең ҡатнашлыҡта почта бүлексәләрендә отторорға ниәт иттек. 25 майҙа беҙҙе бүләктәр менән Сәлихта көтәләр, 10 июндә Әрмет, Васильевка, Көҙән ҡаршыларға әҙер, ә артабанғы графикты почта етәкселәренә мотлаҡ хәбәр итербеҙ. Ауылығыҙҙа бүләк отошта квитанцияларығыҙ менән көтөп торорһоғоҙ тип өмөтләнәбеҙ!
Читайте нас