Матбуғат
7 Май 2021, 09:55

РАЙОН ГӘЗИТЕ - ТЫУҒАН ЕРЕҢ ЙЫЛЪЯҘМАҺЫ

Быйыл «Торатау» гәзите үҙаллы донъя күреүенең 20 йыллығын билдәләй. Юбилей тиһәк, дөрөҫөрәк булмаҫ, әммә шулай ҙа был датаға айырым иғтибар биреп, гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында баҫманың тарихына, редакция тормошона бәйле викторина, конкурс ойоштороп алырбыҙ тибеҙ.

Быйыл «Торатау» гәзите үҙаллы донъя күреүенең 20 йыллығын билдәләй. Юбилей тиһәк, дөрөҫөрәк булмаҫ, әммә шулай ҙа был датаға айырым иғтибар биреп, гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында баҫманың тарихына, редакция тормошона бәйле викторина, конкурс ойоштороп алырбыҙ тибеҙ.
2001 йылдың июленән «Восход» гәзитенең дубляжы булыуҙан туҡтап, башҡорт матбуғатын ғорур «Торатау» исеме менән тулыландырған гәзит район йылъяҙмаһына
бәрәбәр. Унда көҙгөләгеләй ишембайҙар тормошо сағыла, төрлө йылдарҙағы, хәҙер инде һарғайып, ҡәҙерле ҡомартҡы рәүешенә ингән тупланмаларҙы ҡулға алғанда тап ошо хаҡта уйландырыла. Уның дубляж булыуы осоронда ла коллектив руссанан ҡоро тәржемә менән ултырмай, үҙенең геройҙарын таба, талантлы штаттан тыш хәбәрселәрен үҫтерә. Әлбиттә, райондың башҡорт гәзите тарихы егерме йыл менән генә иҫәпләнмәй. Киләһе һандарҙа «Башҡортостан вышкаһы», «Алға» гәзиттәре тарихына ла байҡау яһарбыҙ. Әлегә һеҙҙең иғтибарға төрлө йылдарҙағы яңылыҡтар, мәҡәләләрҙән өҙөктәр килтерәбеҙ.


Фронтовиктар һынатмай

Мастер, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Вәли Сәфәрғәлиевич Латиповтың бригадаһы Өршәктә 217-се скважинаны Еңеү байрамы хөрмәтенә ваҡытынан дүрт көн элек быраулай башланы. Беренсе тәүлектә үк ул 90 метр ер быраулап үтте.
Ә йыл башынан бирле коллектив бөтәһе 5 мең метрҙан ашыу ер ҡатламы бырауланы. Был Ишембай быраулау эштәре идаралығы буйынса иң яҡшы күрһәткес. Бригадала ваҡытты етештереүсәнле файҙаланыу проценты ла юғары – 97,7.
Г.М.Михалев бригадаһы май айының тәүге аҙнаһында ай графигынан 100 метрға алда бара. Быраулау мастеры И.Т.Гришковтың коллективы эште йылдамлата һәм ете көндә 1000 метр тиерлек ер бырауланы. Бөтә был бригадалар эшләгән 3-сө район хеҙмәте йыл башынан алып планды үтәү кимәлендә бара. Бөтә быраулау эштәре идаралығы коллективы май айы графигын уҙып эшләй. Фронтовик, прораб Иван Васильевич Кулешов етәкселек иткән вышка монтажлаусылар 9 май хөрмәтенә вахтала уңышҡа өлгәшә. Улар, пландағы дүрт буровой урынына биште төҙөп, һәр объектты төҙөү ваҡытын 4,7 көнгә кәметте. Һуғышта ҡатнашыусы Кузьма Павлович Барышев етәкселек иткән вышка төҙөүселәр бриагадаһы апрелдә графиктан 1,6 көнгә уҙып эшләне.

В.БИКМӘТОВ. 9 май. 1979 йыл.

Награда геройҙы тапты

Яҡташыбыҙ коммунист Рәшит Йәноҙаҡ улы Хисаметдинов бөтә һуғышты 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы составында үтте. Дошманға ҡаршы алышта күрһәткән батырлығы өсөн Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды.
1943 йылдың 15 июнендә Рәшит Хасаметдинов тағы ла бер “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградалауға тәдим ителә.
Ләкин һуғышта төрлө хәлдәр була бит. Өлкән сержант Хисаметдинов та, боевой наградаһы тураһында белмәйенсә, көрәшеүен дауам итә. Һуғыштан һуң ул тыуған яғына, Ҡалыу-Айры ауылына ҡайта. Колхозда эшләй. Хәҙер ул лайыҡлы ялда, персональ пенсионер. Ул – ауыл Советы депутаты, ҙур йәмәғәтселек эше алып бара. Уның партия сафына инеүенә быйыл 40 йыл тулды. Боевой награда уны партия ветераны өсөн юбилей йылында тапты. Һуғыш ветеранын был ваҡиға менән ҡотлайыҡ, уға яҡшы сәләмтлек, һалдат дәртлелеге теләйек.

В.БАРАНОВ, ҡала военкомы. 9 май 1979 йыл.

***

Механизаторҙар отряды үҫә «Әрмет» колхозында механизаторҙар курсы асылыуы тураһында беҙҙең газета яҙғайны инде. Унда уҡыусы курсанттар ошо көндәрҙә имтихан тапшырҙы. Группаның мастеры - тәжрибәле механизатор Марс Вәхитов уларҙың занятиеларға йөрөүенә, әҙерләнеүенә бик яуаплы ҡарай. Шуға күрә 27 курсанттың 25-е имтихандарҙы 4 һәм 5 билдәләренә генә тапшырҙы, трактор һәм комбайндар йөрөтөргә права алды. Петровскийҙағы 12-се ауыл профтехучилищеһы директорының урынбаҫары Ю. А. Герасимов праваларҙы столяр Рәфҡәт Ғәтиәтуллинға, мал ҡараусы Насир Хәйбуллинға, колхозсы Сабит Көмөшбаевҡа, токарь Ғәлим Рәхимовҡа һәм башҡаларға тапшырҙы. Тиҙҙән был механизаторҙар тыуған колхозы баҫыуҙарында ҡорос аттар йөрөтә башлаясаҡ.

Т. ВӘЛИТОВ, ауыл хәбәрсеһе. 30 июнь, 1979 йыл. «Восход» гәзитенең дубляжы булған осор.

Читайте нас