Ҡәҙерле төркөмдәштәр, гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бына Бөйөк Еңеүҙең 76-сы яҙын да ҡаршылайбыҙ. Иҫтәлектәрҙе яңыртыу, илебеҙҙе фашистан һаҡлап алып ҡалған ата-бабалырыбыҙ рухы алдында баш эйеү көнө ул. Ошо бөйөк көн айҡанлы төркөмөбөҙҙә "Яугир олатайым аманаты" тигән видеоконкурс иғлан итәбеҙ!
Конкурстың шарттары:
1. "Торатау"гәзите төркөмөнә яҙылған булыу.
2. Конкурс тураһындағы яҙманы үҙегеҙгә репост рәүешендә ҡуйыу.
3. Фотолар, хаттар, яугирҙың миҙалдары ҡулланған иҫтәлегегеҙҙе (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡын кешегеҙ тураһында төп мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға, уның әйткәндәрен иҫләп үтергә) видеоға төшөрөп, ошо яҙманың аҫтына комментарий итеп һалырға. Видео 2 минуттан артмаһын.⭐️
Ҡатнашыусылар араһынан иң ихлас, йөкмәткеле өс видеоны райондың ветерандар Советы ағзалары менән һайлаясаҡбыҙ.⭐️
Әлбиттә, һеҙҙең әүҙемлек, лайктарығыҙ ҙа мөһим. Еңеүселәрҙе тантаналы шартта грамота тапшырыу һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә!
Конкурсҡа материалдар 7 май 13.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Һөҙөмтәләрҙе иһә 8 май көндө барларбыҙ!