Матур, тыныс ялдар теләйбеҙ барығыҙға ла! Әтеү геү киләһегеҙ икән башлыҡтар өсөн тауыш биреп. Йоҡо ҡасты, аш үтмәй, Италия, Мәскәүҙә йәшәп ятҡан туғандар ҡушылды, ҡасан бөтә был конкурсығыҙ тиһегеҙ. Ә башлыҡтар үҙҙәре шып-шым күҙәтә - яҙыусы, шылтыратыусы юҡ. Бирәһеләре тауышын биреп бөткәндер моғайын, бына уйлаштыҡ та, был эште бөгөн туҡтатырға булдыҡ. Һөҙөмтәләрен барлап, үҙенә күрә бер анализ эшләрбеҙ. Үпкәләштән булмаһын, яҡташтарға әүҙемлек өсөн ҙур рәхмәт!