Улар күп булманы, белеп, күреп торҙоғоҙ. Быны беҙ яҙғы авитоминозға ла һылтап ҡараныҡ)). Аңлауыбыҙса, ул осор мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре геү килеп үҙҙәрендәге концерттарға әҙерләнеп йөрөгән, видео һалырға ваҡыт еткерә алманыҡ тиеүселәр күп булды. Видеолары менән кәйефте күтәргән 2-се Башҡорт гимназия-интернатының “ЙәйғорТВ" түңәрәгендә (етәкселәре Саяхова Ә.Ә) шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙы барып күреп, күңелле генә мәҡәлә арнарбыҙ тибеҙ. Ә бына Ишембайҙан Ләлә Нәжип ҡыҙы Ишҡолова (килештереп анекдот һөйләп видео ебәргәйне) менән Үрге Әрметтән Флүзә Мортаза ҡыҙы Латыпованы (Р.Мифтаховтың “Мөхәббәт яңыртыу” сатирик шиғырын яттан һөйләп видео һалды) редакцияға саҡырып тәбрикләнек. Улар икеһе лә ғүмерҙәрен мәктәпкә, балаларға арнаған уҡытыусылар. Балҡып килеп инделәр редакцияға. Күптән хаҡлы ялда булһалар ҙа булдыҡлы, егәрле холоҡтары үҙенекен итә – конкурста дәртләнеп ҡатнашыуҙары ни тора!
Ә конкурстар булыр әле, бергәләп ҡатнашырға, төркөмдәштәр берҙәмлегенә шатланырға яҙһын!