Матбуғат
10 Апрель 2021, 05:35

Велосипед кемегеҙгә сығыр?

Башҡортостанда йәшәүселәр яратҡан гәзит-журналдарына ташлама менән яҙылып, бүләк оторға мөмкин.

Башҡортостанда йәшәүселәр яратҡан гәзит-журналдарына ташлама менән яҙылып, бүләк оторға мөмкин.
Республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм rbsmi.ru сайтында Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. 15 апрелгә тиклем Рәсәй почтаһы редакциялар менән берлектә республика, ҡала һәм район баҫмаларына ташлама яһай. Почта бүлексәһендә лә гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылып була. Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто үҙ баҫмаларына өйҙән сыҡмайынса, бер нисә минут эсендә яҙылырға тәҡдим итә. Бының өсөн rbsmi.ru сайтында онлайнподписка сервисы менән файҙаланырға мөмкин. «Подписка» тигән бүлектә гәзит йәки журналды (баҫма йәиһә электрон) һайлап, яҙылырға ғына кәрәк. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто республикалағы 145 популяр гәзит-журналды берләштерә.
Декада осоронда яҙылыу отошло, сөнки бөтәбеҙҙең дә түбән хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә декада осоронда тултырылған подписка квитанциялары редакция конкурстарында ҡатнаша. Һәр яҙылыусы бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы:
— «Яҙыл һәм от» дөйөм республика конкурсы – «Республика баҫмалары» бүлегенән ике баҫмаға яҙылыу. Бүләктәр – ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед, телевизор. Яҙылыусылар араһында бүләктәр 27 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында уйнатыла. Ҡатнашыу өсөн квитанцияны 15 июлгә тиклем «Яҙыл һәм бүләк от» билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресына йәки podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 6 айына яҙылырға кәрәк.
“Торатау” гәзите редакцияһы ла һәр йыл гәзит уҡыусылар араһында ҙур бүләк оттороп килә. Был юлы велосипед вәғәҙәләйбеҙ! Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу менән квитанция фотоһын йә күсермәһен һаҡлап ҡуйығыҙ, июнь айында төрлө юлдар аша ҡабул итәсәкбеҙ. Бергә булайыҡ!
Читайте нас