Матбуғат
9 Апрель 2021, 05:45

Әхмәрҙәр гәзиткә әүҙем яҙыла! Ә һеҙ?

5 апрелдән 15-енә тиклем Рәсәй Почтаһы ташламалы ун көнлөк иғлан итеүе тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар. Был мөмкинлекте күптәр ҡулланып ҡалырға тырышыр тип ышанабыҙ.

5 апрелдән 15-енә тиклем Рәсәй Почтаһы ташламалы ун көнлөк иғлан итеүе тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар. Был мөмкинлекте күптәр ҡулланып ҡалырға тырышыр тип ышанабыҙ.
Ошо шишәмбе Әхмәр почта бүлексәһендә булып, матбуғат баҫмаларына яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Почта бүлексәһе Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был тарафта иң күбе “Торатау” гәзитен алдырһалар, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Восход”, “Башҡортостан-Йома” гәзиттәрен дә яратып уҡыйҙар икән. Әлеге көндә 110 йортҡа “Торатау” килә, икенсе ярты йыллыҡҡа 15-ләп кеше яҙылып өлгөргән.
- Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу декадаһы тураһында алдан уҡ халыҡҡа хәбәр итеп йөрөнөк. Гәзит уҡыған ауылдаштар белеп, көтөп тора. Күптәре ошо ун көнлөктө файҙаланып ҡалырға тырыша. Гәзит-журналдарҙы яратып уҡыусылар булғанда эшкә лә дәрт арта. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар - Әхмәрҙән Тәғзимә Әминова, Ҡанаҡайҙан Роза Янбаеваны матбуғаттың иң тоғро дуҫтары рәтендә әйтеп китер инем, улар һәр йыл унға яҡын гәзит-журнал алдыра, - тип уртаҡлашты почта бүлексәһе начальнигы Әлмира Иркәбаева.
Ике ауылды ике почтальон хеҙмәтләндерһә, Әхмәр халҡына гәзитте Рәмзиә Кәримова ташый. Уны ла эш мәлендә, гәзит таратҡан сағында тап иттек. Хаҡлы ялға сыҡһа ла эшенән айырылырға уйламай, рәхмәт уға. Почтальон йөгөн тартыуына 32 йыл булып киткән. - Һаулыҡ булғанда эшләйем әле, тим. Өйҙә генә ултырып булмай. Халыҡ араһында булыу, кеше менән аралашыу оҡшай. Ҡайһы көндө, ниндәй ваҡытта гәзит таратҡанды белеп бөткәндәр, ҡапҡа тышына сығып көтөп тороусылар бар. Почта саҡ ҡына һуңлаһа ла шылтырата һалалар. Битараф булмаған гәзит уҡыусылар хеҙмәтебеҙҙең кәрәклеген күрһәтә, - ти Рәмзиә Әбделғәлим ҡыҙы.
Әхмәрҙә саҡта “Торатау”ҙы күптәндән алдырыусы ағайҙар менән дә урамда осрашып күрешергә яҙҙы. 82 йәшлек Шәйәхмәт Хәйҙәров, 87 йәшлек Ишмырҙа Кәримов почтальон ҡулынан “Торатау”ҙың яңы һанын алды.
- Гәзит уҡырға яратам. Район гәзитен “Алға” тип аталған замандан беләбеҙ. Үҙем 49 йыл колхозда водитель булып эшләнем. Әле лә автомобилемдә йөрөйөм, хәҙер 63 йыл рулдәмен, - тине хеҙмәт ветераны, заманында фоторәсеме колхоздың почет таҡтаһынан төшмәгән Шәйәхмәт ағай.
Ишмырҙа Сабир улының да киләһе ярты йыллыҡҡа “Торатау” ға яҙылып ҡуйыуын ишетеп һөйөндөк. Оло быуын тормошто яратыуҙары, рухи ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуя белеүҙәре менән өлгө, гәзит уҡыу тәмен дә улар яҡшы белә.
- Бер мәҡәләне лә ҡалдырмай уҡып сығам, барыһы ла танһыҡ, күңелгә ятышлы, - тине Ишмырҙа ағай.
Бындай һүҙҙәрҙән нисек күңел күтәрелмәһен дә, эшкә дәрт артмаһын? Әхмәрҙә күп ваҡыт та булманыҡ. Әммә шул арала ауылдың тын алышын, ундағы йәнлелекте тойҙоҡ. Гел шулай була күрһен.
Читайте нас