Матбуғат
2 Апреля 2021, 10:13

Күңелдән – күңелгә!

Һүҙ – оло көскә эйә. Йылы һүҙ - йән аҙығы, йән дауаһы тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Тап ошоно беҙ һеҙҙән килгән ҡотлау хаттарында тоябыҙ. Ихлас күңелдән әйтелгән һүҙҙәр, изге теләктәр көс-дәрт бирә, тормошҡа йәм өҫтәй, хатта дауалай.

Һүҙ – оло көскә эйә. Йылы һүҙ - йән аҙығы, йән дауаһы тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Тап ошоно беҙ һеҙҙән килгән ҡотлау хаттарында тоябыҙ. Ихлас күңелдән әйтелгән һүҙҙәр, изге теләктәр көс-дәрт бирә, тормошҡа йәм өҫтәй, хатта дауалай. “Торатау” гәзите төркөмө (https://vk.com/gazeta_toratay) изге теләктәрегеҙҙе түкмәй-сәсмәй күңелдән күңелгә еткереүҙә ихлас ярҙам итергә әҙер. Эйе, әлеге ваҡытта бер-береңә сәләм еткереү, ҡотлашыу бер ниндәй ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай - яҙҙың һалдың интернетҡа) Әммә бик күп яҡташтар ҡушылған туған районың гәзите сәхифәһендә үҙеңде ҙурлауҙары күпкә мәртәбәле, күңеллерәк шул!

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - "Торатау" гәзите төркөмөн иркенләп файҙаланығыҙ! Был хеҙмәт өсөн бик түбән хаҡтар ҡуйылған. Гәзиттең үҙенә ҡотлау биргәнһегеҙ икән, төркөмдә уны ҡабатлау 200 һум тора. Әлбиттә, унда үҙегеҙ теләгәнсә тағы бик күп фотолар, иҫтәлекле видеомөржәғәт тә беркетә алабыҙ.Түләү юлы ла уңайлы, мобиль банк аша һәғәттә эшләнә.
Тормошта матур ваҡиғалар бик күп ул. Тыуған көндәр, никах, бәпес туйҙары, ә һуң уҡыу, хеҙмәт ҡаҙаныштарың менән ҡотлаһалар күңелгә нисек рәхәт! Төркөм һеҙҙең ҡарамаҡта, һеҙҙең өсөн эшләй, дуҫтар! Бер-беребеҙҙе ҙурлай, шатландыра беләйек.
Читайте нас