Матбуғат
24 Марта 2021, 09:18

Йомаҡ

Балалар менән бергә йомаҡ сисеп, баш эшләтеп алайыҡ әле. Иң беренсе булып барыһына ла дөрөҫ яуап ебәреүсенең телефонына 100 һум һалабыҙ!

1. Ат түгел, кешнәмәй, Йөҙ аттан кәм эшләмәй.
*
2. Биш бүлмәгә бер ишек.
*
3. Биш саталы һәнәк Аҙым һайын кәрәк.
*
4. Тәҙрәләремә ҡарап, Ҡойма башына баҫҡан. - Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип Шыҡырланы ...
*
5. Аҡ булһа ла, һөт түгел, Күп булһа ла, йөк түгел. Һыу буйында ярала, Ҡояш сыҡһа, тарала.
*
6. Нисек кенә бәйләп тотма, Ятҡырып булмай тоҡта. Барыбер сыға тишеп, Уның исеме нисек?
*
7. Таҡыя башын тубайтып, Үҙе урманда үҫә. Елкендереп күңелде, Йәшен-ҡартын бейетә. Наҙлы моңло был ҡорал Ниндәй исем йөрөтә?
*
8. Ағайҙан да бейек, Бабайҙан да бейек, Батшанан да бейек, Һалдаттан да бейек?
*
9. Тимер башлы ҡара йылан Үҙ ҡойроғон үҙе тешләгән.
Читайте нас