Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Март 2021, 11:02

Гәзит тормошон уҡыусыларыбыҙ йәмләй

Өлкән быуын “Торатау” гәзитен алдырып уҡыуҙы хуп күрһә, йәштәр интернет селтәрендәге төркөмөбөҙ аша ла яңылыҡтар менән танышып барырға өлгөрә. Ғашиҡтар көнөнә арналған шиғыр уҡыусылар конкурсында яҡташтар тауыш биреүе буйынса 2-се урын яулаусы Раушания Бакирова ла әүҙем төркөмдәштәребеҙҙең береһе булып сыҡты. Ошо көндәрҙә ул редакцияға килеп, бүләген алып китте.

- “Торатау” хәбәрҙәрен интернет селтәрҙәрендә гел күҙәтеп, уҡып барам. Үҙем шиғриәтте яратҡас, “Йөрәк хисем дүрт юлда” конкурсы иғланына шунда уҡ иғтибар иттем. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр бит. Конкурста Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырын яттан һөйләнем һәм арыу ғына тауыш йыя алдым. Бының өсөн туғандарға, дуҫтарға, хеҙмәттәштәремә ҙур рәхмәт. Ошондай конкурстарҙы йышыраҡ үткәреп тороғоҙ, - тигән теләктәрен дә әйтеп өлгөрҙө.
Раушания – Ишәй ауылы ҡыҙы. Әлеге көндә Стәрлетамаҡта күп профилле һөнәрселек колледжында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, бығаса башҡорт теленән дә уҡытҡан. Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаусы яҡташыбыҙҙың күңеленә шиғриәттең яҡын булыуы ғәжәп түгелдер ҙә. Төрлө телдәрҙә ижадты үҙ итә ул. М.Кәрим, Р.Назаров, Р.Рождественский - яратҡан авторҙары рәтендә.
- Күлдәк һайлағанда үҙеңә оҡшағанын эҙләгән кеүек, шиғырҙарҙың да күңелгә ауаздашы була. Улар тиҙ ятлана, хәтергә һеңеп бара. Ғөмүмән, шиғриәт күңелде байыта, тынысландыра, илһам бирә, - ти ул.
Гәзит уҡыусыһы менән бәҫле, көслө. Йәш замандашыбыҙ фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
- Яҡташтарыма теләгем – “Торатау”ҙы уҡыһындар, яҙылһындар ине. Сөнки гәзит -журналдар аша телебеҙ, йолаларыбыҙҙың киләсәге хәстәрләнә, – тине ул.
Автор фотоһы.
Читайте нас: