Торатау
+3 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Февраль 2021, 13:28
Ихлас күңелдән
Сәлих ауылында ғүмер итеүсе һөйөклө әсәйебеҙ СӨЛӘЙМӘНОВА Венера Салауат ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы – 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Сәлих ауылында ғүмер итеүсе һөйөклө әсәйебеҙ СӨЛӘЙМӘНОВА Венера Салауат ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы – 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Әсәй! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәр менән генә алға тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр, ныҡ булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, бырыһы өсөн дә оло рәхмәт, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән балаларың.
Читайте нас: