Бөгөн Ғашиҡтар көнөнә шиғыр уҡыусылар конкурсы еңеүселәрен ҡотланыҡ. Ишәйҙән Раушания Бакирова ғына эштән бушай алманы, редакция хеҙмәткәрҙәрен бик күргем килә, шул көндә, шул сәғәттә килеп етәм тип хәбәр ебәргән.
- Йәштән яратып ятлаған ике шиғырым бар. Икеһе лә мөхәббәт тураһында, - ти Этҡолдан Рәмис Йәрмөхәмәтов. – Видео һалырға дәрт иткәс ҡатынымдың да кәйефе күтәрелде. Ә тауыш биргән мәлдә туғандар, ауылдаштар геү килеп күтәреп алды, барыһына лаҙур рәхмәт!
Әлбиттә, бындай конкурстарҙы шуның өсөн ойошторабыҙ ҙа – байрам кәйефе, берҙәмлек, сәм булһын!
Ә.Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында уҡыусы Эльвина Шәрипованы ла яҡшы беләбеҙ, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ район, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа уңышлы ҡатнашып килә. Артабан да уңыштар һиңә, Эльвина!
Был юлы ҡатнашыусылар күмәк булыр тигән өмөтөбөҙ аҡланмаһа ла кәйефте төшөрмәнек, төркөмдәштәргә, яҡташтарға ышанысыбыҙ ҙур - ҡыйыуыраҡ булығыҙ!
P.S/ Был бәлештәр ҡайҙан тимәгеҙ, Этҡол күстәнәсе, Рәмис ағай үҙе һый тотоп килгән. Хәтәр тәмле булды!