Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Байрам етеп килә, байрам! Ә бит 23 февралде нисек ҡаршылайһың, 8 Мартты шулай үткәрәһең тиҙәр. Шаяртабыҙ, әлбиттә. Ватанды һаҡлаусылар көнө ир-егеттәребеҙгә ихлас теләктәрҙе, рәхмәт һүҙен еткереү мөмкинлеге ул. Һеҙҙе ошо мөмкинлек менән иркен ҡулланырға саҡырабыҙ! "Торатау" гәзите төркөмө (
https://vk.com/gazeta_toratay) аша ир-егет туғандарығыҙҙы, хәләл ефетегеҙҙе, йә иһә тотош коллективығыҙ азаматтарын, бөркөттәрен етеп килгән илһөйәр байрам менән ҡотлай алаһығыҙ. Беҙгә ҙур булмаған текст (ҡотлаған кешегеҙ, коллективығыҙ хаҡында мәғлүмәт), теләктәрегеҙҙе һәм фотолар ебәрһәгеҙ, байрам көнө беҙ уларҙы төркөмдә бирә барырбыҙ. Хаҡын да йәшермәйбеҙ, ни бары 300 һум. Түләүҙе мобиль банк аша редакция иҫәбенә күсерергә лә өйрәнеп бөттөгөҙ. Һәм шуныһы - иң беренсе коллективҡа ҡотлау бушлай! Йәгеҙ, кемегеҙ өлгөрөрәк?