Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Февраль 2021, 20:56

Йөрәк хисем дүрт юлда...

Ҡәҙерле дуҫтар, әүҙем төркөмдәштәр! Ғашиҡтар көнө етеп килә, ошо байрам айҡанлы һеҙҙең арала күңелле генә, матур ғына видеоконкурс үткәреп ебәрәйек тибеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар, әүҙем төркөмдәштәр! Ғашиҡтар көнө етеп килә, ошо байрам айҡанлы һеҙҙең арала күңелле генә, матур ғына видеоконкурс үткәреп ебәрәйек тибеҙ.
Барыбыҙ ҙа хисле шиғырҙар ярата, бигерәк тә мөхәббәт хаҡында. Әйҙәгеҙ, конурсты ла саф хистәргә арнап, яратҡан шиғырҙарыбыҙҙы уҡып видео һалайыҡ! Шәп бағыусылар ҙа таптыҡ, бүләккә йөрәкле торт, парлашып ябынырлыҡ йомшаҡ ҡына, йылы ғына юрған... Шулай итеп, һеҙҙән 13 февралгә тиклем хисләнеп шиғыр уҡыған мәлегеҙҙән видео көтәбеҙ. Артабан инде дуҫ-иштәрегеҙҙең һеҙҙең видеоны баһалап, асыҡ тауыш биреүҙә - "опрос"та ҡатнашыуы ғына талап ителә. Тик бер генә ябай шарт - тауыш биреүсе "Торатау" гәзите редакцияһы төркөмөнә (https://vk.com/gazeta_toratay) яҙылған булырға тейеш.
Өс еңеүсене 14 февраль билдәләйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ, яратып-яратылып йәшәйек!
Конкурс тураһындағы был яҙыуҙы үҙегеҙгә репост итергә һәм аҙаҡҡаса һаҡларға онотмағыҙ.
Башҡорт шағирҙарының мөхәббәткә арналған ижадын данлайыҡ!
#Торатау_видеоконкурс #Ғашиҡтар_көнө
Читайте нас: