Матбуғат
9 Февраля 2021, 07:05

ҺЕҘ БУЛҒАНДА ҺӘР БАҪМА ҮҘ УҠЫУСЫҺЫН ТАБЫР

“Торатау” гәзитенә яҙылыу буйынса районда әүәлгесә этҡолдар алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл да тәүге 6 айға яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса Этҡол почта бүлексәһе беренсе урынды яуланы.

“Торатау” гәзитенә яҙылыу буйынса районда әүәлгесә этҡолдар алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл да тәүге 6 айға яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса Этҡол почта бүлексәһе беренсе урынды яуланы.
Гәзиткә яҙылыусылар бөтәһе 179 булһа, почтальон Фирҙәүес Кинйәбулатова ғына 108 кешене яҙҙыртыуға өлгәшкән.
- Фирҙәүес апай үткән йыл көҙөн генә эшләй башлаһа ла һөҙөмтәләре матур. Халыҡ менән уртаҡ тел таба белеүе эшенә ныҡ ярҙам итә. Быға тиклем матбуғатҡа
яҙылмағандарға ла әйтер һүҙен табып, гәзитле итеп ҡуя ул, - тип йылмая почта бүлексәһе начальнигы Гөлфирә Хәйруллина.
Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы Аҙнай, Хажы, Этҡолдоң ике урамына гәзит-журналдар тарата. Баҡтиһәң, почтальон эше уға бик күптән яҡын.
- Почтальон эшен тәҡдим иткәс тә риза булдым. Сөнки әсәйем дә оҙаҡ йылдар Аҙнайҙа почтальон булып эшләне. Гәзит ташырға атты үҙе егеп сығып китә ине. Юлдар боҙолған саҡта һыбай йөрөгәне лә хәтерҙә. Ул ваҡытта гәзиттең күплеге, сумкаһының ауырлығы һуң! Ваҡытында таратып өлгөрөү өсөн мин дә уға ярҙамлаша инем. Күптәндән ошонда тырышҡан һымаҡ эшләп алып киттем. Коллектив шул тиклем ихлас, эшлекле, бында насар эшләүе мөмкин дә түгел. Кешеләр менән аралашырға яратам. Әсәйемә оҡшатып, ауылдаштарҙан уның тураһында йылы һүҙ ишетһәм, күңелгә бигерәк тә рәхәт булып китә. Ауыл халҡына гәзиткә әүҙем яҙылыуҙары өсөн рәхмәт. Көсөм, дәртем булғанда эшләйем әле, - тип уртаҡлашты Фирҙәүес апай.
Почта бүлексәһендә эштәре ырауын, коллективтың кәйефен тойоп һөйөндөк. Почтальондар Фирҙәүес Кинйәбулатова, Лилиә Дәүләтҡолова, Альбина Хәсәнова эшен ысындан да ярата, шуғалыр ҙа һөҙөмтә лә бар.
Күпләп гәзит-журналдар алдырыусылар ауылда әле лә һирәк күренеш түгел. Уларҙың береһе - Минегөл Фәхретдинова менән таныштыҡ. “Торатау”ға ла, “Восход”ҡа ла яҙыла икән. Почтальондарға ҡытлыҡ булған осорҙа, почта хеҙмәткәрҙәренә ярҙам булһын тип, ирекмән һымаҡ үҙе гәзит тә таратышҡан.
- Гәзиттәргә электән күпләп яҙылам. “Торатау”ҙы ла сыға башлағандан алдырам, яратып уҡыйым. Тормоштан төрлө хәл-ваҡиғалар, хикәйәләр күберәк баҫылһын ине, - тигән теләктәрен дә әйтте ул.
Гәзитте көтөп тороусылар булғанда беҙгә лә эшләүе күңелле. Был йәһәттән почтальондар һәр ваҡыт ныҡлы таянысыбыҙ булып ҡала. “Торатау”ға был ярты йыллыҡҡа яҙҙыртыу буйынса шулай уҡ Маҡар, Һайран, Үрге Әрмет, Әхмәр почта бүлексәләренең дә тырышлығын тойҙоҡ. Ошо көндәрҙә уларға ла юл төшөр.

Автор фотоһы.
Фотола: Почтальон Фирҙәүес Кинйәбулатова (уңда) менән тоғро гәзит уҡыусыбыҙ Минегөл Фәхретдинова район хәбәрҙәре менән уртаҡлаша.
Читайте нас