Дуҫтар, кемегеҙ тиҙ генә был мәҡәл-әйтемдәрҙәге күп нөктәләр урынына дөрөҫ һүҙҙе йәки һүҙбәйләнеште өҫтәп ҡуйыр икән? Иң беренсе дөрөҫ яуап һалыусының телефонына 100 һум күсерәбеҙ!
Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ, ҡайҙа барһа – ...булмаҫ.
Ат алһаң, арба кәрәк: ҡатын алһаң, .... кәрәк.
Атаһы болан алмағандың балаһы .... алмаҫ.
Атаһы ғәйрәтле булһа, улы .... булыр.
Атанан күргән – ... юнған, әсәнән күргән – тун бескән.
Ат бирһәң – үлер, тун бирһәң – туҙыр, ә яҡшылыҡ барыһын да ....
Бала бар йортта .... ятмай.
Бала бәләкәйҙә - беләккә көс, ҙурайғас – ...көс.