Бүләктең шәбен отторҙоғоҙ ҙа, кем отҡанын күрһәтмәнегеҙ, тәфсирләп яҙманығыҙ тиһегеҙме? Эйе, вәғәҙәләгәнсә декабрь аҙағында 2021 йылға “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында бензобысҡы уйнаттыҡ.
Редакцияға төрлө юлдар менән килгән 700-ләгән квитанция күсермәһен Ҡыш бабай тоғона һалдыҡ та, тап шул көндө ҡаланың Башҡорт нефтен асыусылар майҙанында үткән байрам мәлендә берәйһен тартып сығарыуҙы һораныҡ. Социаль селтәрҙә редакция төркөмөнә һалған видеонан күргәнһегеҙҙер, Ҡыш бабай бәхетленең исемен оҙаҡ ҡына уҡый алмай торҙо. Шулай итеп, бысҡы Әхмәр ауылынан Зәйтүнә Хәкимғужина өлөшөнә яҙған булып сыҡты.
- Килен видеоны күргәс тә һөйөнсөләне. Яңы йыл алдынан бөтә ғаиләбеҙ өсөн ҙур ҡыуаныс булды, рәхмәт “Торатау”ға, улым йорт тирәһендә ҡулланыр, - тине Зәйтүнә апай. Редакцияға бүләк артынан ҡыҙы, ейәне менән килгәйне ул. Ире мәрхүм, өс балаһы ла башлы-күҙле булған, үҙе колхозда төрлө эштә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
- Квитанцияны ҡалдырып киткән көндө үк ниндәйҙер сәйер тойғо булды, их, берәй еренә әсәйемдең телефон номерын да яҙманым, отһа, нисек хәбәр итерҙәр икән, тигән уй баҫты. Үҙем үҙемдән көлөп ҡуйҙым шунда. Күрәһең, мөғжизәгә ышанырға кәрәк, - тип ҡыҙы Земфира ихлас кисерештәре менән уртаҡлашты. Ябай бер ауыл кешеһенә ҙур ярҙам буласаҡ, ҡиммәтле бүләк өсөн яуаплылыҡтан да ҡотолдоҡ, тип шатланып оҙаттыҡ ҡунаҡтарҙы.
Әлбиттә, беҙҙең өсөн һәр берегеҙ ҡәҙерле, хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ҡағыҙ баҫмаларын интернет еңеп барған әлеге ҡатмарлы осорҙа тап һеҙ матбуғаттың таянысы булып ҡалаһығыҙ. Һәр берегеҙҙе бүләкле итер инек тә бит! Бүләгенән бигерәк, гәзиттең ваҡытында килеүе, райондың йөрәк тибешен тойоп йәшәү ҡиммәт, тип эшебеҙгә дәрт өҫтәйһегеҙ. Рәхмәт һеҙгә! 2021 йылда “Торатау” менән бергә йортоғоҙға изге хәбәрҙәр генә килеп торһон! Бергә булайыҡ!