Бүләк отош гәзит уҡыусыларыбыҙ менән күрешеү, аралашыу мөмкинлеген киңәйтә. Редакцияға бүләк артынан килгән ыңғайҙа улар гәзиткә ҡарата үҙҙәренең теләк-кәңәштәрен әйтеп өлгөрә, күңелендәгеһе менән уртаҡлаша. Бәләкәй генә бүләкте лә һөйөнөп, гәзиттән иҫтәлек итеп ҡабул итә белеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Ошо көндәрҙә машинала йөрөтмәле аптечка отоусы Риф Хәсәнов (уңдағы фото) менән дә танышырға насип булды. Сығышы менән ул Һайран ауылынан булып сыҡты. Ҡышын Салауатта йәшәгәс, гәзитте лә был ярты йыллыҡта күрше ҡалаға яҙҙырта икән. Тыуған районы гәзитенән айырылмауы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ.
- Башҡортса сыҡҡан бөтә матбуғат баҫмаларын да тиерлек алдырыбыҙ. Элек ата-әсәйем шулай күп гәзит-журналға яҙыла ине, хәҙер үҙемдең ғаиләм дә ошо йоланы дауам итә. “Торатау”ҙағы бер мәҡәләне лә ҡалдырмай уҡып сығам. Тел, тарих тураһында мәҡәләләр күберәк булыуын теләйем. Тағы ла бер тәҡдимем - һәр ауылдың ер-һыу атамаларының легендаһы, килеп сығышы хаҡында яҙыу ҙа уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы булыр ине. Уларҙы район халҡы туплап барыр ине, - тине ул.
Шулай уҡ гәзит уҡыусыбыҙ яңы йылда барлыҡ райондаштарына һаулыҡ, дәрт, ауырыуҙарҙың тиҙерәк бөтөүен теләне. Риф ағайҙың изге теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Яңы тыуған йыл ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булһын.
Ҡаланан байтаҡ алыҫта, Ҡалыу-Айры тарафтарында ла, гәзитебеҙҙе көтөп тороусылар бар. “Торатау”ға яҙылып электр удлинителе отоусы Шәрифулла Хәйҙәров яңыраҡ тормош иптәше Лилиә апай менән редакцияла булып китте. Быға тиклем квитанцияларын ебәреп ҡараһалар ҙа бүләкте беренсегә отоуҙары икән.
- Беҙгә уңыш йылмайыуын почтальоныбыҙ иң беренсе уҡып, гәзит тотоп килеп инде. Аптыраныҡ та, һөйөндөк тә. Гәзиттең йөкмәткеһе оҡшай, күберәк хикәйәләр бирә барығыҙ. Ауылдаштарыбыҙҙы, райондаштарыбыҙҙы Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! - тип ихлас теләктәре менән дә бүлештеләр.
Бына шулай. Киләсәктә уйнатылаһы отоштарҙан һеҙ ҙә тороп ҡалмағыҙ, дуҫтар! Бергә булайыҡ!