Матбуғат
29 Декабря 2020, 09:30

Яңы йылға кәйеф, дәрт менән

Йома көн Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанында ҡаланың төп Яңы йыл ҡаласығын асыу тантанаһы үтте. Ә беҙ иһә байрам мәлен гәзиткә яҙылыусылар араһында иң ҡиммәтле бүләкте оттороу өсөн ҡулланып ҡалдыҡ. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ҙур рәхмәт, еңеүсе квитанцияны улар тартып сығарҙы - вәғәҙәләнгән бензобысҡы Әхмәрҙән Зәйтүнә Хәкимғужина өлөшөнә яҙҙы!

Боҙ ҡаласыҡтың төҙөлөп бөтөүен бигерәк тә бәләкәстәр көтөп алды. Тауҙан кинәнеп шыуған балаларҙың тауышы хәҙер иртәнән-кискәсә тынмай. Ҡупшы шыршы тирә-яҡты төҫлө уттарға күмә, сәхнәлә күңелле йыр-бейеү – байрам мөхите, кәйефе өсөн ошолай бергә йыйыла алыу бик мөһим икәнен быйыл тағы ла нығыраҡ аңланыҡ.
Ишембай ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров халыҡты етеп килгән байрам менән тәбрикләп, ҡалабыҙҙа быйыл төҙөкләндерелгән эштәрҙе барлап үтте. Киләһе йылдың ниндәй булыры үҙебеҙҙең тырышлыҡтан, әүҙемлектән тороуын да әйтте.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистарыбыҙ халыҡҡа матур күңел ялы бүләк итә алды. Күккә салюттар атылғанда һәр кем, моғайын да, яңы йылға теләктәрен әйтеп ҡалғандыр. Хуш киләһең 2021, өмөттәрҙе аҡлай күр!
Читайте нас