- Бүләк отоуым тураһында хеҙмәттәшем һөйөнсөләне, - тине Көҙәндән Гөлшат Сәфиуллина редакцияға май ҡояшылай балҡып кереп.
Йәнә бер мөләйем, ихлас гәзит уҡыусыбыҙ менән һеҙ ҙә танышығыҙ.
- “Торатау”ҙы 15 йылдан ашыу алдырабыҙҙыр. Гәзит килеүен өйҙә һәр кем көтөп кенә тора. Ниңәлер бүләк отошта бер ҙә ҡатнашҡаным юҡ ине. Быйыл беренсегә квитанциямды ебәреүем булды – бүләк сыҡты, - ти Гөлшат Зәки ҡыҙы.
Уңыш йылмайыуы тигәндән, ғөмүмән, әңгәмәсем үтеп барған йылдың ваҡиғаларға бай булыуын әйтте. Быйыл тормош иптәше менән көмөш туйҙарын билдәгәндәр. Яңыраҡ ҡына тағы ла бер әһәмиәтле ваҡиға булған – улдары хәрби хеҙмәттән ҡайтып төшкән.
Тормошоғоҙҙоң көйлө ағышын бер нәмә лә боҙмаһын, йортоғоҙҙоң почта йәшнигенә һәр саҡ “Торатау” килеп торһон, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ.
Сираттағы аҙна бүләген отоусыларҙы ла иғлан итергә әҙербеҙ. Был юлы тағы ла күберәк бүләктәр отторабыҙ тип вәғәҙәләгәйнек. Шулай итеп, тағы ун бүләгебеҙ райондың ун йүнәлешенә китә. Кемдең өлөшөнә нимә төшкән икән? Йәһәтерәк уҡып белегеҙ: Ҡалыу-Айрынан Ш.Ф. Хәйҙәров - электр удлинителе, Әрметрәхимдән Рәйсә Ҡотломөхәмәтова - 9 литрлы тимер биҙрә, Сәлихтан Ф.Ф. Ғималов - сүкеш, Йәнырыҫтан Р.А.Сәлимгәрәева – 10 литрлы тас, «Нефтсе» совхозының Сараж урамынан Б. Айытбаева – 5 литрлы контейнер, Маҡарҙан Ләлә Ғарифуллина – мунса сүмесе, Салауат ҡалаһының Өфө урамында йәшәүсе Риф Хәсәнов – аптечка, Петровскийҙан Күпер урамынан А.Шаймарҙанова – 7 литрлы пластик биҙрә, ҡаланың Докучаев урамы, 20-се йортта йәшәүсе В.Н. Ғибәҙуллина һәм Үрге Әрметтән Светлана Рәхимова коврик отто.
Бүләктәрегеҙ редакцияла көтә, дуҫтар!