Матбуғат
22 Декабря 2020, 07:00

ҠЫУАНА БЕЛЕҮ ҮҘЕ БӘХЕТ

Их, күңелле лә һуң гәзит уҡыусыларыбыҙға бүләк таратыуы! Редакцияның ишек төбөнән “Беҙ бүләк артынан!” тип ихлас шатланып сәләмләүҙәре ни тора!

Их, күңелле лә һуң гәзит уҡыусыларыбыҙға бүләк таратыуы! Редакцияның ишек төбөнән “Беҙ бүләк артынан!” тип ихлас шатланып сәләмләүҙәре ни тора!
Автомобиль аккумуляторын эшләтеп ебәреү өсөн ҡоролманы кисә Алаҡай тарафтарына оҙаттыҡ. Хәбәр итеүебеҙсә, бүләкте Рафаэль Мырҙағолов отҡайны. Уны алырға ҡатыны Әлфирә менән кесе ҡыҙҙары Лиана килде.
- “Торатау”ҙы ун йыллап алдырабыҙ. Почтальонды көтөп кенә торам, иң беренсе гәзитте үҙем уҡып сығам. Бүләк отоуыбыҙ тураһында почтальон хәбәр итеп һөйөнсөләне. Ғаиләбеҙ менән ҡыуандыҡ. Һәр машинала ятырға тейеш файҙалы әйбер, әлеге һалҡындар ваҡытында бигерәк тә кәрәге тейеүе бар. Етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, бөтәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Ауырлыҡтар үтеп барған йылда тороп ҡалһын, - тигән изге теләктәрен әйтте Әлфирә Басир ҡыҙы.
Ҡыйынлыҡтарға һылтанмай, район гәзитенән айырылмағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, яҡташтар! Киләсәктә лә “Торатау”ҙы көткән йорттар күбәйә генә барһын ине.
Фото: автор
Читайте нас