Матбуғат
18 Декабря 2020, 07:00

Кемгә - сүмес, кемгә - тәҙрә йыуғыс!

2021 йылға “Торатау” гәзитенә яҙылып ҡуйыусылар араһында аҙна отошо һөҙөмтәләрен иғлан итергә лә ваҡыт етте. Был юлы беҙ бер генә бүләк түгел, ә бишәүҙе уйнатырға ҡарар иттек.

2021 йылға “Торатау” гәзитенә яҙылып ҡуйыусылар араһында аҙна отошо һөҙөмтәләрен иғлан итергә лә ваҡыт етте. Был юлы беҙ бер генә бүләк түгел, ә бишәүҙе уйнатырға ҡарар иттек.
Кемдең өлөшөнә нимә төштө тиһегеҙме? Араларында таныштарығыҙ, дуҫтарығыҙ булһа, гәзитте уларҙан алда уҡып,
һөйөнсөләргә ашығығыҙ!
Алдан вәғәҙә иткәнсә автомобиль аккумуляторын эшләтеп ебәреү өсөн ҡоролма Алаҡайҙан Р.Мырҙағоловҡа сыҡты. Водителдәр уның кәрәклеген белә, еңеүсегә файҙаһын күреүен теләйбеҙ. Башҡа бүләктәрҙең дә эйәләре табылды: электр удлинителе - Һайрандан Минебулат Ғиззәтуллинға, мунсала кәрәкле ҙур сүмес Үрге Әрметтән Д.Фәтҡуллинаға, 7 литрлы тас Көҙәндән Гөлшат Сәфиуллинаға, тәҙрә йыуғыс Урман-Бишҡаҙаҡтан З.З. Фәхретдиновҡа сыҡты. Ҡайһы бер квитанцияла исем-шәрифтәр тулы яҙылғайны, шуға беребеҙҙең исеме күрһәтелгән, икенселәрҙеке юҡ, тип үпкәләй күрмәгеҙ, хөрмәтле еңеүселәребеҙ. Бүләктәр редакцияла һеҙҙе көтә. Әйткәндәй, киләһе аҙнала отторасаҡ бүләктәр тағы ла күберәк булыр. Ә декабрҙең һуңғы көндәрендә сүпербүләк - бензобысҡы хужаһын асыҡлау мәлен видеоға төшөрөп һаласаҡбыҙ.
Ташламалы ун көнлөк 21 декабрҙә тамамлана. Ниндәйҙер сәбәп менән “Торатау”ға яҙылмай ҡалған булһағыҙ, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Район һәм бер республика баҫмаһына яҙылыусылар “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған конкурста ла ҡатнаша ала. Был осраҡта квитанциялар күсермәһен Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас