Матбуғат
15 Декабря 2020, 14:50

Ейәндәр һөйөнһөн!

Сираттағы “Аҙна бүләген” - тауҙан шыуғысты ҡалала йәшәүсе Фәймә Тимерғәлина отоуы тураһында хәбәр иткәйнек. Кисә редакцияла бүләктең хужаһы менән күрештек.

Сираттағы “Аҙна бүләген” - тауҙан шыуғысты ҡалала йәшәүсе Фәймә Тимерғәлина отоуы тураһында хәбәр иткәйнек. Кисә редакцияла бүләктең хужаһы менән күрештек.
- Ике ейәнем бар. Береһенә – 6, икенсеһенә 3 йәш. Хәҙер ҡайтып бүләк менән уларҙы һөйөндөрәм инде. Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында яңы йыл ҡаласығын эшләп ҡуйҙылар. Шунда ейәндәрем менән бергәләп тауҙан шыуырға йөрөйбеҙ, - тип ихлас йылмайҙы ул.
Фәймә Малик ҡыҙы “Торатау”ҙың күптәнге дуҫы. “Восходтың” дубляжы булған замандарҙан уҡ айырылғаны юҡ.
- Райондың башҡорт гәзите тиражы үҫһен, ә был яҡташтарҙың әүҙем ҡарашынан тора. “Торатау”ҙы уҡыйбыҙ һәм уҡыясаҡбыҙ. Уны тағы оҙаҡ йылдар алдырырға булһын, - тип
ихлас теләктәрен әйтте ул
Фото: автор
Читайте нас