Матбуғат
14 Декабря 2020, 08:55

20 ДЕКАБРГӘ ТИКЛЕМ ТАШЛАМАЛЫ ХАҠ!

Хөрмәтле ишембайҙар, Рәсәй Почтаһы Һөйөнөслө хәбәр еткерҙе!

Хөрмәтле ишембайҙар, Рәсәй Почтаһы Һөйөнөслө хәбәр еткерҙе!
2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды.
“Торатау” гәзите район, республика яңылыҡтары, яҡташтарыбыҙ хаҡында мәҡәләләр менән йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр!

Декада ваҡытында хаҡ –864 һум 42 тин. Ветерандарға, I һәм II төркөм инвалидтарына – 788 һум 76 тин.
Интернет аша яҙылыу өсөн почта һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/ ПО571

Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла яҙылып булғанды беләһегеҙ. Быны rbsmi.ru/catalog/podpiska/1115/ һылтанмаһы аша эшләү бик ҡулай.
Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙ күсермәһен ебәреп, “Аҙна бүләге” акцияһында ла ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур бүләк – бензобысҡы - декабрь аҙағында уйнатыласаҡ. Квитанцияның күсермәһен йә фотоһын телефон һандарығыҙҙы күрһәтеп, почта аша йәки электрон адресҡа (toratau@mail.ru) ебәрә алаһығыҙ. Ватсап номеры ла һеҙҙең ҡарамаҡта – 8-989-954-78-38.

Ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ “Торатау” гәзитенең электрон төрөнә яҙылыу мөмкинлеген ҡулланһа ине. Уңың хаҡы - 534 һум 60 тин. Гәзиттең һәр яңы һанын һеҙ иң тәүгеләр рәтендә компьютер, телефонығыҙ аша асып уҡый аласаҡһығыҙ!
Бергә булайыҡ!
Фото редакция архивынан
Читайте нас