“Торатау”ға яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләк оттороуҙы дауам итәбеҙ, дуҫтар! Квитанция күсермәләрен редакцияға ебәреүҙә әүҙемлегегеҙ һөйөндөрә.
Гәзиттең электрон почтаһына ла, ватсап аша ла, конверттар менән дә улар өҙлөкһөҙ килеп тора. Был эштә уҡыусыларыбыҙға почта хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итә, эшегеҙ һәр саҡ уң булһын, тип һеҙгә ихлас рәхмәт юллайбыҙ.
Мәҫәлән, кисә Һайран почта бүлексәһе мөдире Айгөл Вәлишина ғына 15-ләп квитанция ебәрҙе.
- Квитанцияны үҙегеҙ ебәрмәҫһегеҙме, тип мөрәжәғәт итеүсе ауылдаштарға нисек ярҙам итмәйһең? Бына бөгөн 15 кеше “Торатау”ға яҙылды, барыһын да квитанцияларын фотоға төшөрөп, редакцияға ватсапҡа оҙаттыҡ. Беҙҙең почта бүлексәһенә Бәләкәй Мәҡсүт, Биксән, Һайран, Арлар ауылдары ҡарай. Почтальоныбыҙ Гөлфиә Ғәлимова дүрт ауылға гәзит таратырға ла, яҙҙыртырға ла өлгөрә. Барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйем, киләһе йылда ла шатланып район гәзитен уҡырға яҙһын, - тине Айгөл Сабирйән ҡыҙы телефон аша.
Үрге Әрмет почта бүлексәһе мөдире Рауза Мозафарова ла редакция менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, квитанция күсермәләрен тиҙ генә ебәрә һала.
- “Торатау”һыҙ булмай, тип иҫкә төшөргәнде лә көтмәй, үҙҙәре килеп яҙылыусылар байтаҡ. Шулай уҡ почтальон да яҙҙырта. Күптәр декада ваҡытын көтөп алды. Әле беҙҙең почта бүлексәһе буйынса киләһе йылдың тәүге яртыһына 80-ләп кеше “Торатау”ға яҙылып ҡуйҙы, - тине ул.
Бүләк тигәндән, әле бик шәп сүкештәр, сүместәр, ишек төбөнә түшәү өсөн япма һәм башҡа көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр отошто көтөп ята. Үткән аҙнала балаларға тауҙан
шыуғыс отторабыҙ тип әйтеп ҡуйғайныҡ. Ул ҡаланың Чкалов урамында йәшәүсе Фәймә Тимерғәлинаға яҙҙы, моғайын да, ейәндәре шатланыр! Күптәнге гәзит уҡыусыбыҙ хаҡлы ялда ла район баҫмаларынан айырылмай. Һеҙҙе дүшәмбе көн редакциябыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.
Киләһе аҙна бүләге - автомобиль аккумуляторын эшләтеп ебәреү өсөн ҡоролма. Ташламалы хаҡ осорон ҡулланып, гәзиткә яҙылып ҡалығыҙ, бүләк отошта уңышығыҙҙы һынағыҙ! Бергә булайыҡ!