Әлбиттә, конкурс шарты буйынса социаль селтәрҙә еңеүсене 1 декабрь үк иғлан иттек. Түбәнге Әрмет ауылынан Минебай Хәлитов иң күп лайк-йөрәк (1247) йыйып, лайыҡлы рәүештә еңеп сыҡты. Дәртле, сәмле яҡташыбыҙ гармунда нисек өҙҙөрөп, күңелдәрҙе нисек яулаһа, шәп бүләгебеҙ – “Юрматы мебеле”нән (
https://vk.com/yurmaty_mebel) ҡупшы ғына өҫтәл артынан да шулай елдереп килеп етте. Йорт йыһаздарының төрлөһөн етештергән предприятиеның Бульвар урамы, 33-сө йорт адресы буйынса магазинына барып, өҫтәлде еңеүсегә күңелле генә тапшырып ҡайттыҡ. Минебай ағайға алдан шылтыратып, телевидение төшөрә, гармуныңды үҙең менән алһаң ине, тигәйнек - инәлтеп торманы, мебель салонында гармун уйнап, яратҡан йырын һуҙҙы.