Матбуғат
8 Декабря 2020, 09:00

БҮЛӘКТЕ КИНЙӘБУЛАТҠА ОҘАТТЫҠ

Бүләк оттороп, гәзит уҡыусыларыбыҙға таратҡан мәл – үҙе бер күңелле осор. Үҙебеҙ бүләк алғандай һөйөнөп тороп ҡалабыҙ улар менән күрешкәндән һуң.

Бүләк оттороп, гәзит уҡыусыларыбыҙға таратҡан мәл – үҙе бер күңелле осор. Үҙебеҙ бүләк алғандай һөйөнөп тороп ҡалабыҙ улар менән күрешкәндән һуң.
Кисә редакцияға Кинйәбулат ауылынан Рәйсә апай Садыҡова килеп китте. Гәзитебеҙҙең үткән һанында уның 5 литрлы контейнер отоуы тураһында һөйөнсөләгәйнек. “Торатау”ҙы ул 15 йыллап алдыра икән. Гәзиттең һәр һанын көтөп алыуы тураһында әйткәс, беҙҙең дә күңел күтәрелеп китте.
- Быйыл гәзиткә яҙылыуҙы һуңлатып ебәрҙем әле. Почтальон аша “Торатау”ға яҙылып, шунда уҡ телефон аша квитанция фотоһын ебәрҙем. Ә киләһе һанда уҡ бүләк отоуым тураһында уҡып белгәс, аптырауымдың сиге булманы, көтмәгәйнем дә, - ти йылмая Рәйсә Зәйнетдин ҡыҙы.
35 йыл ауылда балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән Рәйсә апай бүләгенең файҙаһын күрһен, тағы ла күп йылдар уларҙың йортона “Торатау” гәзите килеп торһон тип теләйбеҙ.
Өлгөрөрмөн әле тип, гәзиткә яҙылыуҙы һуҙып килгән яҡташтар был эште аҙаҡҡа ҡалдырмаһын ине. Әле декада барған осор хаҡы күпкә осһоҙораҡ, ҡулланып ҡалығыҙ, күрше-тирәгеҙгә әйтегеҙ!
Аҙна бүләктәрен оттороуҙы дауам итәбеҙ, ә иң төп бүләк - CARVER HSG-145-15 бензобысҡыһын декабрь аҙағында уйнатасаҡбыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас