Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2020, 18:41

Гәзит-журналлы йорт - ырыҫлы йорт

Әле матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро. Ә гәзит менән халыҡ араһындағы күперҙе почта хеҙмәткәрҙәре нығыта. Матбуғат баҫмаларын алдырыусылар һаны, гәзит-журналдарҙың ваҡытында уҡыусыға барып етеүе почта эшенә, һәр бер почтальондың хеҙмәтенә туранан тура бәйле. Киләһе йылға “Торатау”ға яҙылыу ауылдарҙа нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынып, был аҙнала Байғужаға юлландыҡ.

Әле матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро. Ә гәзит менән халыҡ араһындағы күперҙе почта хеҙмәткәрҙәре нығыта. Матбуғат баҫмаларын алдырыусылар һаны, гәзит-журналдарҙың ваҡытында уҡыусыға барып етеүе почта эшенә, һәр бер почтальондың хеҙмәтенә туранан тура бәйле. Киләһе йылға “Торатау”ға яҙылыу ауылдарҙа нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынып, был аҙнала Байғужаға юлландыҡ.
Был почта бүлексәһе Кинйәбулат, Байғужа, Оло һәм Бәләкәй Байыҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡашалаҡбаш, Аникеевка ауылдарын хеҙмәтләндерә. Почта бүлексәһенә байтаҡ йылдар Гүзәл Ялалова етәкселек итә.
- Беҙҙең почта бүлексәһе буйынса әлеге ярты йыллыҡта 82 дана “Торатау” таратабыҙ. Әлбиттә, был күрһәткесте ауылдаштар гәзиткә яҙылыуға яуаплыраҡ ҡарағанда яҡшырта аласаҡбыҙ. Арзаныраҡҡа яҙылып ҡалыу өсөн декада ваҡытын халыҡ алдан һорашып көтөп ала. Әле 3 декабрҙән 13-өнә тиклем ун көнлөк иғлан ителеүе гәзит уҡыусылар өсөн уңайлы мөмкинлек. “Торатау”, “Восход”ҡа яҙылыусылар бүләк отошта ҡатнашыу өсөн шунда уҡ квитанцияларының күсермәһен дә эшләтеп ала. Беҙҙең ауылдарҙан бүләк отоусылар булып тора. Теләгебеҙ – һәр ғаилә район һәм ҡала тормошондағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып, ҡатнашып йәшәһен, ә бының өсөн үҙебеҙҙең гәзиттәрҙе алдырып уҡырға кәрәк, - тине Гүзәл Таһир ҡыҙы.
Кемдер почтаға килеп яҙылһа, өйҙәренә килеп яҙыртыуҙы һораусылар ҙа байтаҡ икән. Почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре пандемия осоронда халыҡ менән аралашыу ике яҡөсөн дә хәүефһеҙ булһын өсөн талап ителгән барыһын да эшләй.
Ауылға килеп, почтальондарҙы күрмәй китеү яҙыҡ булыр ине. Тап гәзит таратҡан мәлдәре ине. Зилә Баймөхәмәтова почтальон булып 11 йыл эшләһә, Вәлимә Минеғолованың эш тәжрибәһе 15 йыл булып киткән.
Зилә ханым Байғужа, Кинйәбулат ҡасабаһы һәм Кинйәбулат ауылының Герой урамына гәзит-журналдар тарата. Әлеге көндә көндә ул 55 дана “Торатау”ҙы үҙ уҡыусыларына еткерә. Киләһе йылға гәзиткә яҙылырға теләп шылтыратыусылар күп кенә, был шатландыра, - ти почтальон.
Вәлимә Минеғолова Ҡашалаҡбаш, Оло һәм Бәләкәй Байыҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Кинйәбулат, Аникеевка ауылдарын хеҙмәтләндерә.
- Гәзитте ваҡытында алып барып еткерергә тырышабыҙ. Алдырғандар хаҡына ҡарап тормай, яҙылалар. Был йәһәттән Ҡыҙыл Йондоҙҙар әүҙем. Бер йорттан биш мең һумлыҡ төрлө матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар ҙа бар, - ти ул.
Эйе, гәзит-журналдарға яҙылыу ҡиммәт тигәнде йыш ишетергә тура килә, тик ярты йыл дауамында һиңә яратҡан баҫмаң килеп торасағын, почтальондарыбыҙҙың әле ямғырҙа, әле ҡар-буранда юлда булыуын уйлаһаң, быға икенсерәк ҡарай башлайһың. Беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр – китаплы, гәзит-журналлы йорт иң бай, ырыҫлы йорт.Заманалар үҙгәрә, хәҙер интернет тип, ошо ҡиммәттәрҙе юғалтмаһаҡ, рухи талаптарҙы түбән тәгәрәтмәһәк ине.
Яңы ғына килгән гәзит-журналдарҙы сумкаларына һалып, почтальондар ауылдар буйлап юллана. Матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар уларҙы көтөп тора. Почтальондар һуғылған йорттар күберәк булһын, почта йәшниктәрендә үҙебеҙҙең “Торатау” ятһын – ошо ихлас теләгебеҙ.
Читайте нас: