Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Декабрь 2020, 20:30

“Аҙна бүләге” акцияһы дауам итә

“Торатау”ҙы иғтибарлап уҡып, сираттағы бүләктең ҡайҙа юлланыуын күҙәтеп бараһығыҙҙыр.

“Торатау”ҙы иғтибарлап уҡып, сираттағы бүләктең ҡайҙа юлланыуын күҙәтеп бараһығыҙҙыр.
Был юлы биш литрлыҡ ҡапҡаслы контейнер хужаһын асыҡланыҡ. Бүләк Кинйәбулат ауылының Күл урамында йәшәүсе Рәйсә Садыҡоваға яҙҙы. Ул гәзиткә 2 декабрҙә генә яҙылған булған һәм шунда уҡ квитанцияһын фотоға төшөрөп, WhatsApp аша ебәргән. Бүләк хужаһын дүшәмбе көн редакцияла көтөп ҡалабыҙ!
Этҡол ауылынан Ғайса Рәхмәтуллинға үткән аҙнала машинала йөрөтөү өсөн аптечка сыҡҡайны. Әллә гәзиттә уҡымай, белмәй ҡалды, этҡолдар, зинһар иҫенә төшөрөгөҙ, бүләк көтә.
Киләһе аҙнала отторорға тип балалар өсөн уңайлы ғына тауҙан шыуғыс әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ҡыш әле башланып ҡына тора. Берәй баланың уның менән шатланып ҡулланыуын теләйбеҙ. Шуны ла онотмаһағыҙ ине, “Торатау”ға яҙылыу 3-13 декабрҙә, йәғни ташламалы ун көнлөктә арзаныраҡҡа төшә. Мөмкинселекте ҡулланып ҡалығыҙ, хөрмәтле райондаштар. Гәзит алдырып ҡына түгел, бүләк отоп та ҡыуанырға булһын.
Читайте нас: