Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Декабрь 2020, 01:03

Әсәйҙәргә күпме кисереш бүләк иттегеҙ!

“Бөгөн 1 декабрь, кем еңде ул?”))) Бына ошолай борсолоп, конкурс һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынып торған төркөмдәштәребеҙгә рәхмәт! Әлбиттә, беҙ онотманыҡ.

“Бөгөн 1 декабрь, кем еңде ул?”))) Бына ошолай борсолоп, конкурс һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынып торған төркөмдәштәребеҙгә рәхмәт! Әлбиттә, беҙ онотманыҡ.#йырым_һиңә_әсәйем конкурсына бөтәһе 84 видео – Әсәйҙәр көнөнә йыр-бүләк ҡабул иттек. Һәр бер башҡарыусы хаҡында айырым әйтергә мөмкин, редакция ойошторған сарала ихлас, күңел биреп ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт! Гәзиттең йома һанында һәр берегеҙгә айырым туҡталып китербеҙ.Шулай итеп, төркөмгә һалынған видео аҫтында “йөрәк”тәр һаны буйынса еңеүсе итеп Түбәнге Әрметтән Минебай Хәлитовты таныйбыҙ – бөтәһе 1247 лайк! Гөлназ Рәхмәтуллина видеоһы саҡ ҡына кәмерәк тауыш йыйҙы, их!Конкурстың бағыусыһы “Юрматы мебеле” предприятиеһынан ҡупшы өҫтәлде кесе йома – 3 декабрь тапшырасаҡбыҙ. Һеҙҙе редакцияла көтәбеҙ!
Читайте нас: