Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Ноябрь 2020, 11:40

Аптечка Этҡолға сыҡты

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! “Аҙна бүләге” акцияһын дауам итеп, һеҙгә тип әҙерләгән сираттағы бүләкте отторҙоҡ.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! “Аҙна бүләге” акцияһын дауам итеп, һеҙгә тип әҙерләгән сираттағы бүләкте отторҙоҡ.
Машинала йөрөтөү өсөн аптечка Үрге Этҡол ауылында йәшәүсе Ғайса Рәхмәтуллин өлөшөнә төштө. Ихлас ҡотлайбыҙ һәм һеҙҙе бүләк артынан дүшәмбе көн көтәбеҙ!
Әле бүләктәрҙе тарата башланыҡ ҡына. Кем дә кем киләһе йылға “Торатау”ға яҙылып өлгөрмәгән йәһәт кенә был эште башҡарып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрә һалығыҙ. Был юлы төп бүләгебеҙ бензобысҡы икәнлеген дә беләһегеҙ. Декабрь аҙағында иң уңышлы яҡташыбыҙ өсөн бергәләп һөйөнөргә булһын!
Ә киләһе аҙна бүләге - аҙыҡ-түлек һалыу өсөн ҡапҡаслы, тотҡаслы 5 литрлы ҡупшы ғына контейнер. Район гәзитенән айырылмағыҙ, бүләк отошта ҡатнашығыҙ!
Читайте нас: