Редакцияла дүшәмбе һайын бүләк таратыу йолаһы барлыҡҡа килде. Хәбәр итеүебеҙсә, сираттағы “Аҙна бүләге” акцияһы еңеүсеһе Ишем ауылынан гәзит уҡыусыбыҙ Зәйтүнә Вәхитова ине. Дүшәмбе көн бүләге артынан килеп тә етте ул.
- Клубта эшләгән хеҙмәттәштәрем тәҡдиме менән быйыл беренсегә “Торатау”ға яҙылдым. Бүләгем ауылда көнкүрештә бик тә кәрәкле. Биҙрә отоуым тураһында клуб мөдире Гөлнара Хәбирова хәбәр итеп һөйөнсөләне. Яҡташтарыма кәңәшем – гәзиткә яҙылһындар, - тип йылмайҙы Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы. - Киләһе йылдан өйөмә “Торатау” гәзите килә башлауын түҙемһеҙләнеп көтәм!