Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ноябрь 2020, 15:10

ИКЕ ҘУР БҮЛӘК ОТОРҒА МӨМКИН!

“Торатау” гәзитенә яҙылыусылар бер түгел, ике бүләк ота ала

“Торатау” гәзитенә яҙылыусылар бер түгел, ике бүләк ота ала

Декабрҙең һуңғы көндәрендә беҙ “Торатау” гәзитенә 2021 йылдың тәүге яртыһына йәки тулыһынса яҙылыусылар араһында бүләк отторасаҡбыҙ.
Белеүегеҙсә, еңеүсегә төп бүләккә бензобысҡы алып ҡуйғанбыҙ. Унан тыш башҡа бүләктәребеҙ ҙә бихисап. Отошта ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 25 декабренә тиклем “Торатау”ға киләһе йылға яҙылыу квитанцияһының күсермәһен беҙҙең ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә (Совет урамы, 88-се йорт, 1-се ҡат, тел. 4-11-80) йәки гәзиттең электрон почтаһына ([email protected]) ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ квитанцияғыҙ фотоһын 8-989-954-78-38 номерына WhatsApp аша ла юллай алаһығыҙ. Редакцияға ингән тапҡырҙа аҡ почта йәшниге лә һеҙҙең ҡарамаҡта, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
Һәм тағы ла бер шәп яңылыҡ - “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тағы ла ҙурыраҡ бүләктәр уйната. Улар араһында ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс (снегоуборщик) бар. Ә кемгәлер “Салауат Юлаев” хоккей клубының уйын джерсийы йәки “Өфө” футбол клубының футболкалары эләгер (уларҙа спортсыларҙың автографтары ҡуйылған). Был бүләктәрҙең береһенә дәғүә итер өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
1. Түбәндәге ысулдарҙың береһе менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ике баҫмаһына яҙылырға (береһе “Торатау” гәзите булһа, икенсеһе – республика гәзите йәки журналы):
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- гәзит һәм журналдар редакцияларында;
- Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә.
2. 2020 йылдың 25 декабренә тиклем квитанцияларығыҙҙың күсермәһен һәм бүләк отошта ҡатнашыу өсөн заявканы (исем-шәрифегеҙҙе тулыһынса яҙырға, бәйләнеш телефонын күрһәтергә) Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто адресына йәки [email protected] электрон почтаһына “Яҙыл һәм бүләк от” билдәһе менән ебәрергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 226-99-54.
Реклама.
Читайте нас: