Бөтә донъя телевидение хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан 17 йыл “Арис” телекомпанияһында эшләгән, әлеге көндә “Восход” гәзитендә хеҙмәт иткән Ольга Вәлитоваға кисә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов журналисты тәбрикләп, тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, изге теләктәрен әйтте.
Ольга Анатольевна “Арис” телекомпанияһында асылғандан алып тәүҙә хәбәрсе, унан яңылыҡтарҙы алып барыусы, һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт программаларының сығарылыш редакторы булып эшләй.
- Һөнәрем буйынса мин педагог, ләкин бала саҡтан телевидениела эшләргә хыялландым. Тәүҙә батырсылығым етмәне, бары тик 30 йәштән һуң, үҙемдә ышаныс
барлыҡҡа килгәс кенә телевидениеға барырға ҡарар иттем. Эш башлаған осорҙа компьютерҙар ҙа юҡ ине. Коллегам Оксана Наянзина менән эштең нигеҙен бергәләп
булдырҙыҡ. Ул йылдарҙы әле лә һағынып иҫкә алам. Тележурналистика мине йәнлелеге менән арбаны. Төрлө кешеләр менән осрашыу, интервью алыу, стендап
әҙерләү, аҙаҡ тамашасыны йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы текстар төҙөү – былар ижади яҡтан мөмкинлектәрҙе аса, - тип һөйләне Ольга.
Һәр ваҡыт эҙләнеүсән, тырыш журналистың был тәүге наградаһы түгел. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы әүҙем яҡтыртҡан өсөн 2002, 2006 йылдарҙа күкрәк билдәһе менән бүләкләнә, 2008 йылда уға Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзының “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы тапшырыла, 2016 йылда БР-ҙың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдиновтан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау эшендә хеҙмәттәшлек өсөн Рәхмәт хаты ла ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.
- Район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнеүем минең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Эшемде күргәндәре, баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Коллегаларыма ижади яҡтан үҫеүҙәрен теләйем. Йәштәр ҙә хаталаныуҙан ҡурҡмаһындар, тәжрибәле остаздарының кәңәштәренә ҡолаҡ һалһындар ине. Иң мөһиме беҙҙең эштә түҙемлек һәм үҫешкә ынтылыш булырға тейеш, - тигән теләктәрен дә әйтте ул.
Хеҙмәтенән йәм һәм тәм табып эшләгән коллегабыҙға артабан да тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!