21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө
Иртәгә Бөтә донъя телевидение көнө билдәләнә. Киң мәғлүмәт сараларының был төрө Ишембайҙа ҡасан, нисек барлыҡҡа килгән һуң? Ошо хаҡта тәжрибәле журналист Наил РӘЖӘПОВ хәтирәләре менән уртаҡлаша.
- Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында С.М.Киров исемендәге мәҙәниәт һарайы янында Башҡортостандың көньяғында тәүге телестудияларҙың береһе - “Орион ТВ” үҙ эшен башланы. Ни өсөн телекомпания нәҡ ошо учреждениела булдырылды һуң? Сөнки ул ваҡытта был мәҙәниәт йорто Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы (ИСХЗК) балансында ине. Предприятие Япония партнерҙары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеп, завод белгестәре йыш ҡына был көнсығыш иленә командировкаларға бара торғайны. Ошондай командировкалар ваҡытында Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы аҡсалары иҫәбенә Японияла етештерелгән бер нисә видеокамера, видеомагнитофон һәм телевизор һатып алына.
Шуны ла әйтергә китергә кәрәк, тәүҙәрәк мәҙәниәт һарайында “Таң” киностудияһы эшләне. Унда Александр Емельянов ижад менән шөғөлләнә ине. Нәҡ ул артабан “Орион ТВ”ның тәүге етәксеһе итеп тәғәйенләнде, сөнки тапшырыуҙар төшөрөү буйынса белеме лә, тәжрибәһе лә бар ине. Ә 1990 йылда мин дә штаттан тыш нигеҙҙә телевидение коллективында редактор булып эшләй башланым һәм артабан “Восход“ гәзите редакцияһынан бында даими эшкә күстем.
Ҡала телевидениеһы командаһында эшләүе бик ҡыҙыҡ ине. Тәүҙә программалар кабель буйынса барҙы, ә Блохин, Промысла, Космонавтар, Ленин проспекты, Гагарин урамдарында йәшәүселәр беренсе абоненттарыбыҙ булды. Тиҙҙән ретранслятор алдылар, ул “Орион ТВ” тапшырыуҙарын эфирға сығарыу мөмкинлеген бирҙе, һәр каналды барлыҡ ҡала халҡы, хатта өлөшләтә район халҡы ла ҡарай башланы. Ул ваҡытта беҙ “Хәйерле кис, ишембайҙар!”, “ВидНо” (видео яңылыҡтар) кеүек үҙебеҙҙең тапшырыуҙарҙы төшөрә торғайныҡ. Һәр байрамға тип әйтерлек махсус сығарылыш әҙерләнде. Кабелде Ленин майҙанына тарттырып, унда уҙғарылған сараларҙан тура эфир ҙа эшләнек. Бер шулай мәҙәниәт һарайының тамашасылар залында барған мәрхәмәтлек марафонынан тура эфир ойошторҙоҡ.
“Рәсәй” каналында “Городок” тапшырыуы (алып барыусылары Стоянов һәм Олейников) 1993 йылдан сыға башлаһа, “Орион ТВ”ла ошо тапшырыуға оҡшаш программа унан да элегерәк барлыҡҡа килде. 90-сы йылдар башында Көҫәпҡолдағы газ үткәргес шартлау буйынса оператив мәғлүмәт алыу өсөн миңә яңғырауыҡлы бәйләнешле (ред. громкая связь) телефон ҡулланырға тура килгәйне. Ә башҡа Рәсәй телекомпаниялары журналистары ошондай практиканы бер ни тиклем һуңыраҡ ҡуллана башланы. Ишембай телестудияһының ижади коллективы күп музыкаль клиптар төшөрҙө, барлыҡ ҡала, хатта республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашты. Беҙҙең районда тәүге тапҡыр “Юрматы ере” фестивале уҙғарылған саҡта Өфөләге коллегаларға, шулай уҡ башҡа белгестәргә ярҙамыбыҙ кәрәк булды.
Әлбиттә, иң рәхмәтле тамашасыларыбыҙ Ишембай халҡы булды. Ул йылдарҙа тик бер нисә генә канал эшләүен иҫәпкә алһаҡ, “Орион ТВ” иң көнүҙәк каналдарҙың береһе ине. Һуңғараҡ “Галстрир” (Салауат) компанияһы барлыҡҡа килде, ул НТВ программаларын күрһәтә башланы. Беҙ иһә яҡташтарыбыҙҙы яҡшы фильмдар, үҙебеҙҙең тапшырыуҙар менән һөйөндөрҙөк.
Бөгөнгө көндә “Ишембай ТВ” хеҙмәткәрҙәре тапшырыуҙар төшөрөү һәм монтажлау өсөн иң заманса техника ҡуллана, ҡорамалдары яҡшы. Беҙгә иһә көнкүреш форматтағы аппараттарҙа ҡулдан монтажларға тура килә торғайны. Әммә ул саҡта беҙгә күмәкләп бер шедевр өҫтөндә эшләйбеҙ кеүек тойола ине. Ишембай халҡы ҡала урамдарында уҙғарылған блиц-һорау алыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша торғайны, ышаныс, ихтирам ҙур ине. Телевидение артабан да тормошобоҙҙоң бер өлөшө булып ҡалыр, халыҡ һөйөүен яуларлыҡ тапшырыуҙар эшләргә булһын.
Фото Наил Рәжәповтың шәхси архивынан.