Һәр йыл “Торатау” алдырып килгән Зәйтүнә Вахитова беҙгә квитанцияһы фотоһын ошо шишәмбе генә ебәргән булған. Ишемдә лә интернет бар ул, ватсап аша ғына “һелтәнеләр”. Әйтеп ҡуябыҙ, бүләктәрҙең төрлөһө бар. Киләһе кесе йома машинала йөрөтмәле аптечка уйнатмаҡсыбыҙ. Кәрәк нәмә, кемегеҙгә сығыр икән?
Шулай, квитанцияларын ебәргәндәр бүләк ота, ә миңә барыбер сыҡмай ул тигәндәр ситтән күҙәтә. Моғайын да төп бүләктең нимә икәнен белгегеҙ киләлер? Йәйен үлән сапҡыс - триммер отторғайныҡ, әле лә махы биреп булмаҫ. Ғүмер буйы район гәзитенән өҙөлмәгән дуҫтарыбыҙ, әле яңы яҙылырға ҡарар иткән яҡташтар, был юлы ҡиммәтле бүләгебеҙ – бензобысҡы! Бүләк отош тормошобоҙға сәм, дәрт өҫтәһен, квитанцияларығыҙ күсермәһен көтәбеҙ!