“Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында йылына ике тапҡыр бүләк отош та үткәреп киләбеҙ. Быйыл да бер ҙур бүләкте матбуғатҡа яҙылыу компанияһы йомғаҡланған мәлдә – декабрь аҙағында ойошторасаҡбыҙ. Ә әлегә һеҙҙе вағыраҡ, әммә көнкүрештә бик тә кәрәкле бүләктәр менән дәртләндерәйек тибеҙ. “Аҙна бүләге” акцияһын 1 ноябрҙән башлайбыҙ, шуға күрә квитанцияларығыҙ күсермәһен көтөп ҡалабыҙ:
[email protected] электрон почта адресына йәки WhatsApp ҡушымтаһы аша 8-989-954-78-38 номерына. Районда почта хеҙмәткәрҙәре лә ауылдаштарын был эштә әүҙемләштерер тип ышанабыҙ. Ололарға квитанция күсермәһен ебәреүҙә, бәлки, ярҙам да кәрәк булыр. Гәзиткә яҙылып, квитанцияларын һалған барыһы ла аҙаҡ ҙур бүләк отошта ла ҡатнашасаҡ.