Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Сентябрь 2020, 13:46

Ололарға бүләк эшләйек!

1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнәсәк. Был көндә хаҡлы ялдағы атай-әсәйҙәрҙе, инәй-бабайҙарҙы, өләсәй-олатайҙарҙы ҡотлап, сәй табындары ойошторалар. Ә байрам мәлендә ихлас бүләктәрһеҙ булмай!

1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнәсәк. Был көндә хаҡлы ялдағы атай-әсәйҙәрҙе, инәй-бабайҙарҙы, өләсәй-олатайҙарҙы ҡотлап, сәй табындары ойошторалар. Ә байрам мәлендә ихлас бүләктәрһеҙ булмай!
Был осраҡта киләһе йылға “Торатау” гәзитенә яҙылыу бүләк итеү иң отошлоһо булыр. Беренсенән, улар һеҙҙең бүләгегеҙҙе – “Торатау”ҙың яңы һанын ҡулына алған һайын иҫенә төшөрөп рәхмәт уҡыр, икенсенән, квитанция күсермәһен беҙҙең адресҡа (Ишембай ҡалаһы, Совет урамы, 88) ебәреп, акцияла ҡатнашып бүләк отоуы ихтимал. Шулай уҡ гәзитте балалар йорто, балалар баҡсаһы, мәктәп-интернат, ҡарттар йорто кеүек иғтибарға мохтаж учреждениеларға яҙҙырыу ҙа яҡшы буласаҡ.
Был матур һәм мәрхәмәтле акцияны гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күтәреп алырына ышанабыҙ. Ололарға ла яҡшы, һеҙгә лә сауап булыр.
Ҡалала һәм ҡала яны ҡасабаларҙа редакция почтальондары хеҙмәте арҡылы гәзиткә хаҡты бер аҙ төшөртә алһаҡ, районда йәшәүселәр өсөн әлеге көндә киләһе ярты йылға “Торатау”ға яҙылыу 985 һум 32 тин тора. Гәзиттең индексы үҙгәреүенә лә иғтибар итһәгеҙ ине – ПО 571.
Ташламаларға хоҡуғы булған район халҡы гәзиткә 808 һум 61 тингә яҙыла ала – индексы ПО 917.
Читайте нас: