Матбуғат
28 Июля 2020, 06:46

Төп бүләк Этҡолға юлланды!

Гәзиткә яҙылыу осоро тамамланғандан һуң редакциябыҙҙа бүләк оттороу үҙе бер күңелле мәл. Кемдең өлөшөнә нимә яҙа инде. Берәүгә бүләктең - ҙуры, икенселәргә бәләкәйерәге эләгә. Шулай ҙа һәр кем үҙенә яҙғанынан ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәт әйтеп килеп алып китә.

Гәзиткә яҙылыу осоро тамамланғандан һуң редакциябыҙҙа бүләк оттороу үҙе бер күңелле мәл. Кемдең өлөшөнә нимә яҙа инде. Берәүгә бүләктең - ҙуры, икенселәргә бәләкәйерәге эләгә. Шулай ҙа һәр кем үҙенә яҙғанынан ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәт әйтеп килеп алып китә.
Был юлы төп бүләгебеҙ үлән сапҡыс – триммерҙы Этҡолдан Айһылыу Заһиҙуллина отто. Иң күп яҙылыусыларыбыҙ ошо тарафта булыуын уйлаһаҡ, быға ғәжәпләнергә лә түгелдер. Ошо көндәрҙә Айһылыу Наил ҡыҙы тормош иптәше һәм кесе улдары Тимур менән бүләкте килеп алдылар.
- Үлән сапҡыс отоуыбыҙ тураһында ауылдашыбыҙ һөйөнсөләгәс тәүҙә ышанманыҡ. Аҙаҡ отош тураһында видеояҙманы күргәс кенә дөрөҫ хәбәр икәнлеген аңланыҡ. Тормош иптәшемдең тыуған көнөндә ошо шатлыҡлы яңылыҡты ишетеүебеҙ икеләтә ҡыуаныслы булды. Бүләк ныҡ оҡшаны! “Торатау”ҙы ғаиләбеҙ менән ауылға күсеп ҡайтҡандан бирле, 2014 йылдан алып алдырабыҙ. Үҙем гәзит килеү менән һәр һанын башынан аҙағынаса ҡалдырмай уҡып сығам. Электрон вариантҡа ҡарағанда ҡағыҙ гәзитте уҡырға яратам. Райондаштарға теләгем – “Торатау”ҙы алдырһындар, уҡыһындар, конкурстарҙа ҡатнашһындар һәм бүләктәр отһондар, - тине ихлас йылмайып Айһылыу.
Үлән сапҡысты Заһиҙуллиндар һынап та ҡараған. Айырыуса ул өлкән улдары Радмирға оҡшаған. Атаһының төп ярҙамсыһы был ҡорамалды эшһеҙ ятҡырмаҫ.
Бүләктәрҙең файҙаһын күрегеҙ һәм киләсәктә лә “Торатау” менән бергә булығыҙ, дуҫтар!
Фото: автор.
Читайте нас