“Торатау”ға яҙылырға онотмаған яҡташтарға вәғәҙә итеүебеҙсә, редакцияға килгән квитанциялар буйынса бүләк отошто 17 июлдә үткәреп тә ҡуйҙыҡ. Бүләктәребеҙ һәр ваҡыттағыса тормош-көнкүрештә кәрәкле тип тапҡан әйберҙәрҙән торҙо. Отош булғас, төрлөһө бар - дөйәһе лә, төймәһе лә тигәндәй.
Шулай итеп, иң төп һәм иң ҡиммәтле бүләгебеҙ – заманса үлән сапҡыс – триммерҙы Этҡол ауылынан Заһиҙуллина Айһылыу отто. Теге-был һорау тыумаһын тип, квитанциялар күсермәһе һалынған барабанды әйләндереп, берәйһен тартып сығарыуҙы балаға – 6 йәшлек Сафинаға ышанып тапшырҙыҡ. Бәйләнештә редакция төркөмөндә ул мәлде видеонан күргәнһегеҙҙер.
Салауат ҡалаһынан торт бешереү оҫтаһы Люциә Бәшироваға теләгән көнгә заказ биреп, байрам торты бешертеп алыу мөмкинлеге Кинйәбулаттан Венера Мирасова бәхетенә йылмайҙы. “Мясные радости” магазины хужаһы, эшҡыуар Айгөл Ваһапова “Торатау”ҙы уҡыусыларға бүләккә үҙ продукцияһына 500 һумлыҡ сертификат бүлде. Итле тәмлекәстәр менән һыйланасаҡ гәзит уҡыусылар – Усманов Мәғәфүр (Ҡалыу-Айры ауылы), Ғарифуллина Зөлфиә (Ҡанаҡай ауылы), Усманова Рәмилә (Аҙнай ауылы), ҡалала йәшәүсе Фирҙәүес Мәхмүтова, Яхин Венер (Йәнырыҫ ауылы), Иманғолова Мәликә (Биксән ауылы). Туғыҙар литрлыҡ өс биҙрәнең хужалары - Ғәбитова Минегөл (Аҙнай ауылы), Жданов С.М. (Ҡарайған ауылы), Исмәғилева Раушания (Бәләкәй Мәҡсүт ауылы). Уразбай ауылынан Вәлиева Сәриә менән Маҡар ауылынан Әхмәҙиева Гөлсинәгә аҡ төҫтәге эмаль буяуҙар, Көҙәндән Мәжитова Риммаға эмаль буяуҙың һары төҫлөһө, Этҡол ауылынан Байгилдин Айбулатҡа йәшел төҫтәгеһен тапшырасаҡбыҙ. Әхмәр ауылынан И. Таһировтың өлөшөнә баш һаҡлағыс (каска), ҡаланың Йәштәр урамында йәшәүсе Ф.М.Ғәликәеваға төрлө ҡулланылыш өсөн тәғәйенләнгән универсаль ҡумта сыҡты. Ҡалыу-Айры ауылынан Ильясова Ғәйшә менән ҡаланың Йәштәр урамында йәшәүсе Г.Г. Кәлимуллинаға ла беҙҙән аласаҡ удлинитель көнкүрештә кәрәгер тип уйлайбыҙ. Гәзиткә сайт аша яҙылған Ғәлина Нәсиә менән Түбәнге Әрметтә йәшәүсе Хәлитова Илүзәне умывальниклы итәсәкбеҙ. Бик уңайлы мунса сүместәрен Сафина Зилә (Әрметрәхим ауылы), Ғатауллина Минзилә (Көҙән), Баймөхәмәтова Зилә (Кинйәбулат ауылы), Ғәлимова Нәзирә (Арлар ауылы) ҡыуана-ҡыуана тотонор тип ышанабыҙ.
Баҡсала бер ваҡытта ла лейка артыҡ булмай, быйылғы йәйге эҫелә бигерәк тә. ЯрБишҡаҙаҡтан А.Ф.Исмәғилева менән Ишемдән Г.Хәбироваға бүләккә лейка сыҡты. Ҡалала йәшәүсе Ғәлимуллина Гөлсирә ишек төбөнә һала торған һыу һеңдермәле балаҫын яңыртасаҡ. Ең һыҙғанып тулы көскә эшләй башлаған “Ишембай ойоҡ фабрикаһы” башҡортса яҙыулы заманса ойоҡбаштар сығара башлауы тураһында яҙғайныҡ инде. Ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙ берәр пар зауыҡлы нәскейгә эйә булды: Ишбулдина Райхана (Ҡыяуыҡ ауылы), Йәнтүрин Рәүф (Һайран ауылы), Садыҡов Д.А. (Озерная, 12), Мөслимов Марсель (Байғужа ауылы), Шаһиев Илшат (Түбәнге Әрмет), Мырҙабаева Ләйсән (Көҙән ауылы), Зәйнетдинова Г. (Әптек ауылы), Йәмилева Тимербикә (Уразбай ауылы), Насырова Г. (Сәлих ауылы), Мостафина Мәрйәм (Иҫәкәй ауылы), Ибраһимова Л. (Губкин урамы, 46), Ғәйнуллина А. (Яңы Әптек ауылы), Хәкимова Л. (Этҡол ауылы), Ҡаһиров Хәирнас (Һайран ауылы), Богданова Ә. М.(Маҡар ауылы), Йәлилова Гөлйөҙөм (Биксән ауылы), Заһиҙуллин Әхмәҙулла (Этҡол ауылы), Хәйретдинов Хизбулла (Көҙән ауылы), Исламғолова З.А. (Уразбай ауылы), Вәлиева
Р. (Әхмәр ауылы).
Еңеүселәрҙе дүшәмбе һәм кесе йома көндәре редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Бүләк таратыу өсөн тәғәйен генә көн билдәләмәйбеҙ. Үҙ яйығыҙ менән, ҡалаға юл төшкәндә бер ыңғайҙан кереп сығырһығыҙ. Шулай ҙа бик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Шәхесегеҙҙе раҫлаусы документтарығыҙҙы алырға ла онотмағыҙ.