Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Июль 2020, 11:49

Һәр йортҡа почтальон юлы төшөп торһон

Матбуғат баҫмаларын яҙҙыртыу һәм уларҙы эйәләренә еткереүҙән тыш әлеге көндә бик күп йөкләмәләр алып барған был хеҙмәт һәр заманда ла кәрәкле булып ҡала. Гәзит-журнал уҡыусылар иһә беҙҙең район һәм ҡалала аҙ түгел. Ундайҙар кемдер иҫкә төшөргәнде лә, эш урынынан өгөтләүҙе лә көтөп тормай - ваҡыты етеү менән яратҡан баҫмаһына яҙыла һала.

12 июль Рәсәй Почтаһы көнө билдәләнде
Матбуғат баҫмаларын яҙҙыртыу һәм уларҙы эйәләренә еткереүҙән тыш әлеге көндә бик күп йөкләмәләр алып барған был хеҙмәт һәр заманда ла кәрәкле булып ҡала. Гәзит-журнал уҡыусылар иһә беҙҙең район һәм ҡалала аҙ түгел. Ундайҙар кемдер иҫкә төшөргәнде лә, эш урынынан өгөтләүҙе лә көтөп тормай - ваҡыты етеү менән яратҡан баҫмаһына яҙыла һала.
Ишембай почтамтының ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инера Төхвәтуллина әйтеүенсә, әлеге көндә муниципаль районда 29 мең кеше гәзит һәм журналдар алдыра. Улар араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын кешеләре лә бар. Әлбиттә, бөгөн матбуғат баҫмаларына интернет мәғлүмәт сығанаҡтары менән һөнәркәшлектә эшләргә тура килә. Йәштәр ҡағыҙ баҫмалар алдыртыуға ҡарағанда гаджет уңайлыҡтарын һайлаған заманда редакцияларҙың почта хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләүе мөһим.
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларын яҙҙыртыуға ярҙам итеүселәр булыуы ла һөйөндөрә. Инера Сәхи ҡыҙы билдәләүенсә, Рәсәй Почтаһы уҙғарған “Изгелек ағасы” акцияһы барышында битараф булмаған айырым кешеләр, коллективтар Петровск балалар йортона, Урман-Бишҡаҙаҡтағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошторошҡан. Даими шәфҡәтлелек күрһәтеүселәр исемлегендә “Сеймал компанияһы” акционерҙар йәмғиәте, “Витязь” машиналар эшләү компанияһы, “Победа” крәҫтиән-фермер хужалығы, Скворчиха ауыл хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко, ошо уҡ биләмәнән Наилә Таипова һәм башҡалар бар. Гәзиттәрҙе күтәреүсе ошондай яҡташтарыбыҙ булғанға һөйөнәбеҙ. Баҫма һүҙ ҡәҙере бар икән - уҡыусыларыбыҙ һаны ла кәмемәҫ.
“Торатау” гәзитенә килгәндә, 2020 йылдың икенсе яртыһына район һәм ҡала почта бүлексәләре аша 1400-гә яҡын кеше яҙылған. Быға редакция аша яҙылыусылар ҙа өҫтәлә.
- Район гәзитен бер алдырған кеше унан бер ваҡытта ла айырылмай. Атай-әсәй “Торатау” алдыра икән, балаларҙа ла гәзит аша район тормошонда барған ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә. “Торатау” ға яҙҙырытыу буйынса әле тәүге урындарҙа Этҡол, Әхмәр, Маҡар, Үрге Әрмет почта бүлексәләре килә. Шулай уҡ Көҙән, Һайран, Йәнырыҫ, Байғужа бүлексәләренең дә күрһәткестәре матур. Беҙҙең районда тормошҡа битараф булмаған, ваҡытлы матбуғатҡа әүҙем яҙылған халыҡ йәшәй. Киләсәктә лә гәзит-журналдарҙан айырылмайыҡ, - тигән теләктәрен белдерҙе Инера Сәхи ҡыҙы.
Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Гөлфирә Хәйруллина 2013 йылдан ошо тармаҡта хеҙмәт итә. Ихласлығы, эшен яратыуы хеҙмәтендә сағыла.
- Этҡолдар, аҙнайҙар, уразбайҙар “Торатау”ға яҙылыу буйынса электән алдынғы булды, киләсәктә лә шул күрһәткестәрҙе төшөрмәһендәр ине, - тигән ышаныста ул.
Был биләмәлә тәжрибәле почтальондарға алмашҡа яңылары килгән – хәҙер Этҡолда ваҡытлы матбуғат баҫмаларын Гөлзиә Ниғмәтуллина, Аҙнайҙа – Гөлназ Усманова тарата. Уларға ла ауыр хеҙмәттәрендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Халыҡ “Торатау”ҙы ваҡытында көтөп ала икән - был беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы. “Торатау” ға яҙылыу буйынса Әхмәр почта бүлексәһенең дә һөҙөмтәләре яҡшы. Май айынан бүлексә етәксеһе булараҡ унда Әлмира Иркәбаева эш башлаған. Бүлексәнең уңышлы эшендә почтальондарҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Рәмзиә Кәримова 35 йыллап ошонда хеҙмәт итә. Яңыраҡ хаҡлы ялға сыҡһа ла, яратҡан эшенән өҙөлгөһө килмәй. Ул әхмәрҙәрҙе гәзитле итеүсе. Ҡанаҡай почтальоны Гөлназ Садикова, күптән түгел эш башлаһа ла, һөнәр нескәлектәрен белеп бөткән. “Ҡыҙҙар йүгереп йөрөп эшләй, тырышалар. Киләсәктә бергәләп эшләргә булһын, гәзит-журналдарға яҙылыусыларыбыҙ ҙа күбәйһен”, - тигән теләктәрен әйтте Әлмира Әмир ҡыҙы.
Маҡар почта бүлексәһе Маҡар, Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай, Егән, Подгорный ауылдарын хеҙмәтләндерһә, “Торатау”ҙы иң күп уҡыусылар - маҡарҙар, һарғайҙар һәм
иҫәкәйҙәр. Һарғай, Иҫәкәй, Ибрайҙа ваҡытлы матбуғатты Әлиә Баймырҙина таратһа, Маҡарҙың бер өлөшө Нурсилә Ғәлина ҡарамағында, икенсе өлөшө һәм Егән, Подгорный ауылдары - почтальон Ләйсән Әмировала.
Почта бүлексәһенә ике йыл инде Гөлдәр Янбаева етәкселек итә.
- “Торатау”ҙы көтөп алған үҙ уҡыусылары бар. Гәзитте бер нисә сәғәткә өлгөртмәһәләр ҙә, “Бөгөн “Торатау” сыҡманымы әллә, почта эшләйме?” тип шылтыратып һораша башлайҙар. Күптәр декада ваҡытын көтөп алып яҙыла, сөнки был ун көндә ташлама яһала. Шул уҡ ваҡытта гәзит һатыуҙа булһа ине, тигән теләк белдереүселәр ҙә
бар, - ти Гөлдәр Урал ҡыҙы.
Көнкүреш мәшәҡәттәре менән гәзиткә яҙылырға онотҡандар ҙа юҡ түгелдер. Район баҫмаларына яҙылыу 15 июлгә тиклем оҙайтылды. Гәзитһеҙ ҡалдым инде, тип көйөнөргә түгел, почтағыҙға юл тотоу яҡшыраҡ. Редакция–почта–гәзит уҡыусы бәйләнеше, хеҙмәттәшлеге һәр заманда һөҙөмтәле булһын.
Фото: автор
Читайте нас: