Аҙнай ауылынан Сәғит ағай Кинйәбулатов бер көн редакцияға ошолай кинәйәле генә шаяртып килеп инде. Заманында “Торатау” гәзите уны телевизорлы ла иткән икән, хәҙер бына заманса үлән сапҡысҡа - триммерға күҙе ҡыҙған. Кем белә, бәлки отоп та ҡуйыр, ырыҫлы кешегә уңыш йылмайып ҡына тора тиҙәр бит.
Шулай итеп, киләһе ярты йылда ла ғаиләһен район гәзитенән өҙмәүҙе ваҡытында хәстәрләп ҡуйғандар бүләктәрҙең төрлөһөнә дәғүә итә ала. Әйткәндәй, “Торатау” менән “Восход”ҡа яҙылыу һаман да бара - 15 июлгә тиклем почта бүлексәләренә йәки редакцияға мөрәжәғәт итһәгеҙ, һис шикһеҙ, бүләк отошта ла ҡатнашып өлгөрәсәкһегеҙ.
Квитанцияларҙы 17 июль көнө уйнатабыҙ!