Ә ошо көндәрҙә Маҡар ураман хужалығы “Торатау” редакцияһы менән берлектә вәғәҙәләгән бер биҙрә еләген оттороп ҡуйҙы. “Бәйләнештә” селтәрендә “Көнъяҡ Уралдан боланут сәйе” (“Иванчай Ишимбай”
https://vk.com/ivanteabash) төркөмөндәге уйын шарттары буйынса, “Торатау” гәзитенә 9-17 июндә яҙылырға һәм гәзиттең дә, редакцияның да төркөмөндә торорға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә еләк Зөлфиә Сәғиҙуллинаға яҙған булып сыҡты. Кисә ҡыҙы Алина, улы Динар менән редакцияға килеп, рәхмәттәр әйтеп, кистән йыйып ҡуйылған бүләкте алып ҡайтып киттеләр. Шуҡ Динар уны юлда уҡ ашап бөтөргә самалай ине.