Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Июнь 2020, 04:23

Гәзиткә бүләк өсөн түгел, күңел өсөн!

Ҡәҙерле яҡташтар! 10 юнгә тиклем генә гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалып була. Ошо форсатты ҡулдан ысҡындырмайыҡ! Ташламалы ун көнлөк осорондарайон халҡы «Торатау»ға 901 һум 62 тингә яҙыла ала, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, пенсионерҙар өсөн - 815 һум да 22 тин. Ә ҡалала һәм ҡала яны ҡасабаларында йәшәүселәрҙе гәзиткә редакция аша яҙылырға саҡырабыҙ – шулай күпкә отошло.

Ҡәҙерле яҡташтар! 10 юнгә тиклем генә гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалып була. Ошо форсатты ҡулдан ысҡындырмайыҡ! Ташламалы ун көнлөк осоронда район халҡы «Торатау»ға 901 һум 62 тингә яҙыла ала, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, пенсионерҙар өсөн - 815 һум да 22 тин. Ә ҡалала һәм ҡала яны ҡасабаларында йәшәүселәрҙе гәзиткә редакция аша яҙылырға саҡырабыҙ – шулай күпкә отошло.
Почтаға барып килеү мәшәҡәт тойолһа, www.rbsmi.ru сайтына күҙ һалығыҙ, интернет аша яҙылыуҙың бер ҡыйынлығы юҡ. Ваҡыты үтер ҙә китер, ҡулланып ҡалығыҙ.
Ә яҙыла һалып беҙгә квитанцияларын юллағандар бик дөрөҫ эшләй. Тоғро гәзит алдырыусылар араһында бүләк отош үҙ көсөндә. Июль башында был күңелле сараны үткәреп ҡуясаҡбыҙ. Ишембай ойоҡ фабрикаһынан башҡортса яҙыулы ҡупшы нәскиҙәр, эшҡыуар Айгөл Ваһапованың “Мясные радости” магазинынан итле ярымфабрикаттар, Маҡар урман хужалығынан боланут сәйе менән еләк ҡайнатмаһы, торттар батшабикәһе Люциә Бәшированан еңеүсе теләгән көнгә ҡупшы торт һәм тағы күп төрлө бүләктәр хәстәрләнек. Бергә булайыҡ!
Читайте нас: