Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Июнь 2020, 00:38

Ҡәҙерле яҡташтар!

Рәсәй Почтаһы 1-10 июндә гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан итте.

Рәсәй Почтаһы 1-10 июндә гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан итте.
Июнь - киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып ҡалыуҙың һуңғы айы икәнен барыбыҙ ҙа белә. Тимәк, гәзиткә осһоҙораҡҡа яҙылыу форсатын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Район халҡы “Торатау” гәзитенә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1115/ сайты аша яҙыла ала. Ҡалала йәшәүселәргә иһә редакцияға килеп яҙылыу күпкә отошло! Көҫәпҡол, Тирмән-Йылға, Һул яҡ яр, Смаҡай кеүек ҡала яны ауылдары халҡы редакция почтальонын 4-11-80 телефоны буйынса саҡыртып, гәзиткә тиҙ арала яҙылып ҡуя ала.
Вирус күптәрҙең кеҫәһенә һуҡҡан осорҙа берберебеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ. Әле “Торатау”ға яҙылыу осһоҙораҡ икәнен күрше-күләнегеҙгә, яҡындарығыҙға әйтеп ҡуйығыҙ!
Ә гәзиткә тоғро ҡалыусыларға беҙ бүләктәр хәстәрләй башланыҡ. Июль айында һөҙөмтәләрҙе барларбыҙ, квитанцияларығыҙ күсермәһен ебәрә тороғоҙ!
Читайте нас: